bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 129
Psalms 129
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Ҡорамға артылыусылар йыры. Упҡын төбөнән Һиңә өндәшәм, Раббы!
2
Эй бөйөк Хакимым, тауышымды ишет, Ялбарыуыма диҡҡәт менән ҡолаҡ һал!
3
Раббы, ғәйептәрҙе күҙәтеп барһаң, Кем ҡотолоп ҡалыр, бөйөк Хаким?
4
Әммә ярлыҡауың Үҙең менән, Шуға күрә лә Һинән ҡурҡабыҙ.
5
Раббыға өмөтөмдө бағлайым, Эйе, күңелем Уға ынтыла, Уның һүҙенә өмөт бағлайым.
6
Ҡарауылсылар таңды көткәндән, Эйе, таңды көткәндән дә нығыраҡ Йәнем бөйөк Хакимға ашҡына.
7
Исраил, Раббыға өмөт бағла! Раббы тоғро мөхәббәтен күрһәтә, Ҡотҡарыу Уның ихтыярында!
8
Ул Исраилды бөтә ғәйептәренән Йолоп, ҡотҡарып аласаҡ.
← Chapter 128
Chapter 130 →