bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 127
Psalms 127
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Ҡорамға артылыусылар йыры. Ниндәй бәхетле Раббынан ҡурҡҡан, Уның юлында йөрөгән әҙәм!
2
Ҡулың менән эшләп тапҡанды ашарһың, Һин бәхетле, рәхәт булыр һиңә.
3
Ҡатының өйөңдә мул уңыш биргән йөҙөмдәй булыр; Балаларың зәйтүн үҫентеһе һымаҡ өҫтәлеңде уратып ултырыр.
4
Раббынан ҡурҡҡан кеше Бына ошолай фатихаланыр.
5
Раббы Сиондан һиңә хәйер-фатиха бирһен! Йәрүсәлимдең хөр тормошон күрерһең Бөтөн ғүмерең буйынса!
6
Балаларыңдың балаларын күрерһең! Исраилға булһын именлек!
← Chapter 126
Chapter 128 →