bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 111
Psalms 111
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Раббыны данлағыҙ! Ниндәй бәхетле Раббынан ҡурҡҡан, Уның бойороҡтарына ҡыуанып буйһонған кеше!
2
Тоҡомо Ер йөҙөндә ҡеүәт ҡаҙаныр, Намыҫлыларҙың заты фатихаланыр.
3
Өйөнән муллыҡ-байлыҡ өҙөлмәҫ, Мәңге тәҡүә булып ҡалыр.
4
Намыҫлыларға хатта ҡараңғылыҡта ла нур ағыла, Мәрхәмәтле, рәхимле һәм ғәҙел әҙәмдәргә яҡтылыҡ сәселә.
5
Яҡшы кеше йомарт һәм бурысҡа бирә, Һәр эшен ғәҙеллек менән башҡара!
6
Ул һис ҡасан да ҡаҡшамаҫ, Тәҡүә әҙәм мәңге онотолмаҫ.
7
Ул яман хәбәрҙән ҡурҡмаҫ, Бөтә йөрәктән Раббыға өмөт бағлар.
8
Йөрәге тотороҡло, һис ҡурҡыу белмәҫ, Ниһайәт, тиҙҙән дошмандарының еңелгәнен күрер.
9
Бүләктәрен ул мохтаждарға мул өләшер; Изгелеге уның мәңгелек, Данға күмелеп башын юғары сөйөр.
10
Яуыз кеше быны күреп аҙапланыр, Тешен шығырҙатыр, яйлап кибер. Залимдарҙың теләктәре бушҡа сығыр.
← Chapter 110
Chapter 112 →