bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 112
Psalms 112
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Раббыны данлағыҙ! Эй Раббы ҡолдары, Раббыны данлағыҙ, Раббының исемен данлағыҙ!
2
Раббының исеме хәҙер ҙә, Мәңге лә мөбәрәк булһын!
3
Көнсығыштан көнбайышҡа тиклем Раббының исеме данланып торһон!
4
Раббы бар халыҡтарҙан да өҫтөн, Шөһрәте күктәрҙән юғарыраҡ.
5
Кем беҙҙең Аллабыҙ Раббыға оҡшаш? Ул юғарыла тәхет ҡорған.
6
Ул күккә һәм ер йөҙөнә эйелеп ҡарай.
7
Ул ярлыны тупраҡтан күтәрә, Хәйерсене сүплектән ҡалҡыта,
8
Уға башлыҡтар янында урын бирә, Халҡының түрәләре менән бергә ултырта.
9
Түлһеҙ ҡатынды, ғаиләле, Бала һөйгән бәхетле әсә итә. Раббыны данлағыҙ!
← Chapter 111
Chapter 113 →