bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 110
Psalms 110
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Раббыны данлағыҙ! Намыҫлыларҙың кәңәшмәһендә, Йәмғиәт йыйында Һиңә Ихлас күңелдән рәхмәт уҡырмын, Раббым.
2
Раббы ғәмәлдәре бөйөк, Уларға һоҡланғандар төшөнә.
3
Уның ғәмәлдәре дәрәжә һәм шөһрәт, Хаҡлығы иһә мәңгелек.
4
Раббы онотолмаҫ мөғжизәләр ҡылды, Ул мәрхәмәтле, рәхимле.
5
Үҙенән ҡурҡҡандарға ризыҡ бирә, Килешеүен мәңге иҫтә тота.
6
Үҙ халҡына башҡа ҡәүемдәрҙең ерен биреп, Раббы уға эштәренең ҡеүәтен күрһәтте.
7
Уның ҡулы эшләгән һәр нәмә – дөрөҫ һәм ғәҙел, Уның бөтә бойороҡтары ышаныслы;
8
Улар мәңгегә ныҡ булыр, Сөнки хаҡлыҡ менән тоғролоҡҡа нигеҙләнгән.
9
Ул халҡына ҡотолоу юлланы, Килешеү мәңге булһын, тип әмер бирҙе. Уның исеме мөҡәддәс һәм дәһшәтле.
10
Аҡылдың башы – Раббынан ҡурҡыу, Уның бойороҡтарын бойомға ашырған – зирәк. Уны маҡтау мәңге яңғыраһын!
← Chapter 109
Chapter 111 →