bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 109
Psalms 109
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы минең хакимыма әйтте: «Мин дошмандарыңды баҫҡыс итеп Аяҡ аҫтыңа һалғанға тиклем, Уң яғымда ултыр».
2
Раббы һиңә Сиондан ҡөҙрәтле таяғын күндерер: «Дошмандарың араһында баш булып тор!»
3
Көсөңдө күрһәткән көндө Халҡың ихлас артыңдан эйәрер. Мөҡәддәс данға бөркәнеп, Таңдың бәғеренән тыуған ысыҡ кеүек, Һиңә йәшлегең килер.
4
Раббы ант итте һәм ҡарарынан ҡайтмаҫ: «Һин Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге Мәңгелек ҡаһинһың!» – тине.
5
Раббы Хаким – һинең уң яғыңда; Яза көнөндә Ул батшаларҙы ҡырыр,
6
Ҡәүемдәргә хөкөм сығарыр, Ерҙе мәйеттәр менән тултырыр, Бөтә ер йөҙөндә башлыҡтарҙы иҙеп ташлар.
7
Юл буйындағы шишмәнән һыу эсерһең; Көсөң артып, башыңды текә тоторһоң.
← Chapter 108
Chapter 110 →