bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
/
Romans 6
Romans 6
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
1
Нимә тип әйтергә һуң? Мәрхәмәт артһын өсөн гонаһ ҡылыуҙы дауам итергәме?
2
Әлбиттә, юҡ. Гонаһҡа ҡарата беҙ үлгәнбеҙ. Шулай булғас, нисек артабан да гонаһ ҡыла алабыҙ?
3
Һыуға сумдырылыу йолаһын үтәп, Ғайса Мәсихкә сумдырылған бөтөнөбөҙҙөң дә Уның үлеменә сумдырылыуы тураһында белмәйһегеҙме ни?
4
Шулай булғас, Атабыҙҙың данлы ҡөҙрәте менән Мәсих үленән терелтелгән кеүек, яңы тормош менән йәшәү өсөн, сумдырылыу йолаһы аша Уның үлемен уртаҡлаштыҡ һәм Уның менән бергә ерләндек.
5
Мәсих менән үлемдә берҙәй үк берләшкәнбеҙ икән, үленән терелеүҙә лә Уның менән берләшкән буласаҡбыҙ.
6
Белеүебеҙсә, тормошобоҙҙо гонаһ хакимлығынан ҡотҡарыу һәм бүтәнсә гонаһ ҡоло булмауыбыҙ өсөн, беҙҙең элекке, гонаһлы асылыбыҙ Ғайса Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды,
7
үлгән кеше гонаһтан азат ителде бит.
8
Беҙ Мәсих менән үлгәнбеҙ икән, Уның менән йәшәрбеҙ ҙә, тип ышанабыҙ.
9
Мәсихтең үленән терелтелгәндән һуң ҡабат үлмәйәсәген беләбеҙ бит, инде үлем Уның өстөнән хакимлыҡ итмәй.
10
Ул үлгәйне, Үҙен бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан итеп, гонаһ өсөн үлгәйне, ә хәҙер Ул тере һәм Алла өсөн йәшәй.
11
Шулай уҡ һеҙ ҙә үҙегеҙҙе гонаһҡа ҡарата үле, ә Ғайса Мәсих аша Алла өсөн теребеҙ тип иҫәпләгеҙ.
12
Шуға күрә, фани тәнегеҙ өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ итмәһен, шул ваҡытта һеҙ төрлө нәфселәргә буйһонмаҫһығыҙ.
13
Тәнегеҙҙең бер ағзаһының да ялғанлыҡ ҡоралы булып гонаһҡа хеҙмәт итеүенә юл ҡуймағыҙ, киреһенсә, үлемдән тормошҡа күсерелгән булараҡ, үҙегеҙҙе Аллаға һәм ағзаларығыҙҙы хаҡлыҡ ҡоралы итеп Уға тапшырығыҙ.
14
Гонаһ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итмәҫ инде, сөнки һеҙ ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәйһегеҙ.
15
Ниндәй һығымта яһарға мөмкин? Ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәгәнгә күрә, гонаһ ҡылһаҡ та ярай типме ни? Әлбиттә, юҡ!
16
Үҙегеҙҙе күндәм ҡолдар итеп кемгә тапшырһағыҙ, шуның ҡолдары булғанығыҙҙы беләһегеҙ бит: гонаһ ҡолдары булһағыҙ, был һеҙҙе үлемгә килтерер, Алланың тыңлаусан ҡолдары булһағыҙ, был һеҙҙе Алла алдында хаҡ һаналыуға алып килер.
17
Аллаға шөкөр, гонаһ ҡолдары булған мәлдәр артта ҡалды, хәҙер һеҙ үҙегеҙгә бирелгән тәғлимәтте ихлас тотаһығыҙ.
18
Гонаһтан азат ителеп, хаҡлыҡ ҡолдары булдығыҙ.
19
Быны мин, был эштәрҙә аңлау кимәлегеҙ әлегә самалы булыу сәбәпле, ҡоллоҡ миҫалын килтереп әйтәм. Элек тәнегеҙҙе боҙоҡлоҡҡа һәм яманлыҡҡа ҡол итеп тапшырып, яуыз эштәргә юл ҡуйғанһығыҙ икән, хәҙер иһә уны изге тормош өсөн хаҡлыҡҡа ҡол итеп тапшырығыҙ.
20
Гонаһ ҡолдары булған саҡта, һеҙ хаҡлыҡ ғәмәлдәренән азат инегеҙ.
21
Элек ҡылған яман эштәрегеҙҙән берәй файҙа алдығыҙмы? Ул саҡтағы ҡылыҡтарығыҙҙан хәҙер үҙегеҙ үк оялаһығыҙ, сөнки уларҙың аҙағы — үлем.
22
Ләкин әле, гонаһ хакимлығынан азат ителгәс һәм Алла ҡолдары булғас, изге тормошҡа алып барыусы уңышҡа эйәһегеҙ, ә уның аҙағы — мәңгелек тормош.
23
Гонаһ әжере — үлем, ә Алла бүләге — Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтәге мәңгелек тормош.
← Chapter 5
Chapter 7 →