bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
/
Luke 16
Luke 16
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
1
Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тигән: — Бер бай хужалығы менән идара итеүсе тотҡан. Байға был кешенең уның мөлкәтен туҙҙырыуы тураһында әйткәндәр.
2
Бай идарасыһын саҡырып ала: «Һинең турала нимәләр генә ишетмәйем! Үҙеңдең идаралыҡ эшмәкәрлегеңә иҫәп-хисап яһа, сөнки артабан минең хужалығыма идарасы була алмайһың».
3
Идарасы шул саҡ үҙ алдына былай тип уйлаған: «Нимә эшләйем икән? Хужам мине идаралыҡ итеү эшенән ҡыуа, ер ҡаҙырға көсөм юҡ, хәйер һорарға оялам.
4
Әһә! Шулай ҙа, хужалыҡ менән идаралыҡ итеү эшенән сығарылғас, кешеләр мине үҙ йорттарына ҡабул итһендәр өсөн нимә эшләргә кәрәклеген беләм».
5
Шунан ул хужаһына бурысы булған кешеләрҙе берәм-берәм саҡырып алған. Тәүгеһенән: «Минең хужама күпме бурысың бар?» — тип һораған.
6
Тегенеһе уға: «Йөҙ мискә май тейешмен», — тигән. Идара итеүсе: «Бына бурыс тураһындағы ҡағыҙың. Уны ал да тиҙ генә ултырып, илле мискә, тип яҙ», — тигән.
7
Шунан икенсеһен саҡырып: «Ә һинең бурысың күпме?» — тип һораған. «Йөҙ тоҡ бойҙай». Идара итеүсе: «Бына бурыс тураһындағы ҡағыҙың. Уны ал да һикһән тоҡ тип яҙ», — тигән.
8
Хужа намыҫһыҙ идарасыны отҡорлоғо өсөн маҡтаған. Сөнки был донъя кешеләре үҙ-ара эш иткәндә, яҡтылыҡ кешеләренә ҡарағанда отҡорораҡ.
9
Һеҙгә әйтәм: хаҡ булмаған донъяның байлығын, изгелек итеп, үҙегеҙгә дуҫтар булдырыу өсөн файҙаланығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, байлыҡтың файҙаһы бөткәс, мәңгелек йәшәү йорттарына ҡабул ителерһегеҙ.
10
Бәләкәй нәмәлә ышаныслы кеше ҙур нәмәлә лә ышаныслы булыр, бәләкәй нәмәлә ышанысһыҙ кеше ҙурында ла ышанысһыҙ булыр.
11
Шулай итеп, хаҡ булмаған донъяның байлығы менән эш итеүҙә ышаныслы түгелһегеҙ икән, ысын байлыҡты һеҙгә кем аманат итер?
12
Әгәр башҡаларҙың һеҙгә тапшырылған мөлкәте менән ышаныслы эш итмәйһегеҙ икән, үҙегеҙгә тәғәйенләнгәне Алла тарафынан нисек бирелер?
13
Бер ниндәй хеҙмәтсе лә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: йә береһен яратыр, икенсеһен күрә алмаҫ, йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.
14
Фарисейҙар быларҙың бөтәһен дә ишеткән һәм, үҙҙәре аҡса яратҡанлыҡтан, Ғайсанан мыҫҡыллап көлгәндәр.
15
Ғайса уларға былай тигән: — Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙә ни ятҡанын белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә — Алла өсөн ерәнес.
16
Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәрҙең заманы Яхъя килгәнгә тиклем булды, шунан бирле Алла Батшалығы тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәз ителә һәм һәр кем унда инергә ҙур тырышлыҡ һала.
17
Әммә, күк менән ер юҡҡа сыҡҡан осраҡта ла, ҡанундың бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.
18
Ҡатынын айырып башҡаға өйләнгән ир ҡатынына ҡарата зина ҡыла; һәм ире айырған ҡатынға өйләнеүсе лә зина ҡыла.
19
Ҡасандыр бер бай кеше йәшәгән. Ул ҡиммәтле кейемдәрҙә йөрөп, һәр көнө зиннәттә үткән.
20
Ә уның ҡапҡаһы төбөндә бөтә тәне һыҙлауыҡтар менән ҡапланған Лазарь исемле фәҡир ятҡан.
21
Ул байҙың табынынан төшкән һыныҡ-мыныҡтар менән туҡланыуҙан да ҡәнәғәт булыр ине, әммә эттәр уның янына килеп, һыҙлауыҡтарын ялаған.
22
Бер көн Лазарь үлгән һәм фәрештәләр уны Ибраһим янындағы түрҙәге урынға алып барған. Бай ҙа үлгән. Уны ла ерләгәндәр.
23
Бай үлеләр донъяһында ғазап сиккән ваҡытта башын күтәреп өҫкә ҡараған һәм алыҫта Ибраһимды, ә уның эргәһендә Лазарҙы күргән.
24
Шул саҡта бай: «Ибраһим атам! Миңә мәрхәмәтле булып, Лазарҙы яныма ебәр әле, ул бармаҡ осон һыуға манып, телемде сылатып һалҡынайтһын, мин ялҡында ғазапланам», — тип ҡысҡырған.
25
Әммә Ибраһим уға: «Улым! Иҫеңә төшөр, һин үҙ ғүмереңдә бар рәхәтлекте татының, ә Лазарь михнәт сикте. Хәҙер иһә ул бында йыуаныс күрә, ә һин ғазап сигәһең, — тигән. —
26
Өҫтәүенә, беҙҙең менән һеҙҙең арала ҙур упҡын ята, шунлыҡтан бынан һеҙҙең яҡҡа сығырға теләүсе лә, ул яҡтан был яҡҡа сығырға теләүсе лә үтә алмаҫ».
27
Шул саҡ бай: «Атам, улай булғас, зинһар өсөн, Лазарҙы атайымдың өйөнә ебәр.
28
Минең биш туғаным бар, был ғазапланыу урынына эләкмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртһен», — тигән.
29
Ибраһим уға: «Уларҙа Муса һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары бар. Унда яҙылғандарға ҡолаҡ һалһындар», — тип әйткән.
30
Бай иһә: «Юҡ, Ибраһим атам. Үлгәндәрҙең береһе терелеп улар янына барһа, шул мәлдә тәүбәгә килерҙәр ине», — тигән.
31
Ибраһим байға: «Улар Мусаны һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламайҙар икән, үленән терелеүгә лә ышанмаҫтар», — тип яуап биргән.
← Chapter 15
Chapter 17 →