bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
/
Colossians 4
Colossians 4
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
1
Хужалар, күктәрҙә үҙегеҙҙең дә Хужағыҙ барлығын иҫтә тотоп, ҡолдарығыҙға ҡарата намыҫлы һәм ғәҙел мөнәсәбәттә булығыҙ.
2
Уяу булығыҙ, шөкөр итеп доға ҡылып тороғоҙ.
3
Мәсихтең сере тураһында хәбәр итеү өсөн Алла беҙгә ишек асһын тип, беҙҙең хаҡҡа ла доға ҡылығыҙ, мин шул хәбәр өсөн тотҡонлоҡтамын.
4
Минең кешеләргә ул серҙе тейешенсә аса алыуымды теләп, доға ҡылығыҙ.
5
Ят кешеләр менән, ваҡытты дөрөҫ файҙаланып, аҡыллы рәүештә мөғәмәлә итегеҙ.
6
Һүҙегеҙ һәр ваҡыт яғымлы, мауыҡтырғыс булһын, һәр кешегә нисек яуап бирергә кәрәклеген белегеҙ.
7
Минең турала һеҙгә ҡәҙерле имандашыбыҙ, тоғро хеҙмәтсе һәм Раббы эшендә хеҙмәттәшем Тихик барыһын да һөйләп бирер.
8
Мин уны һеҙгә хәлебеҙҙе хәбәр итеү маҡсаты менән һәм күңелдәрегеҙҙе йыуатыу өсөн ебәрәм.
9
Уны тоғро һәм ҡәҙерле имандашыбыҙ, яҡташығыҙ Онисим менән бергә ебәрәм. Улар бындағы хәлдәр тураһында бөтөнөһөн дә һеҙгә һөйләр.
10
Минең менән бергә тотҡонда булған Аристарх та, Варнаваның ике туғаны Марк та (уның тураһында, әгәр янығыҙға килһә, ҡабул итегеҙ, тигән әмер алдығыҙ) сәләм ебәрә.
11
Һеҙҙе Иуст ҡушаматлы Ғайса ла сәләмләй. Улар миңә күңел йыуанысы, хеҙмәттәштәрем араһында Алла Батшалығы өсөн минең менән хеҙмәт итеүсе берҙән-бер йәһүдтәр.
12
Һеҙгә Ғайса Мәсихтең ҡоло, яҡташығыҙ Эпафрас та сәләм тапшыра. Һеҙ Алланың тулы ихтыярынса рухи йәһәттән үҫешкән һәм иманда ныҡлы булыуығыҙ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып көрәшә ул.
13
Мин уның һеҙҙең хаҡҡа, шулай уҡ Лаодикия менән Иераполдәге имандаштар хаҡына бик ауыр хеҙмәт башҡарыуына шаһитмын.
14
Һеҙгә ҡәҙерле табип Лука менән Димас та сәләм тапшыра.
15
Лаодикиялағы имандаштарыбыҙға, шулай уҡ Нимфаға, уның өйөндә йыйыла торған берҙәмлеккә лә сәләм әйтегеҙ.
16
Был хатты уҡығас, уны Лаодикиялағы берҙәмлеккә лә тапшырығыҙ, унда ла уҡыһындар. Лаодикияға ебәрелгән хатты иһә үҙегеҙ ҙә уҡығыҙ.
17
Архипҡа: «Иғтибарлы бул! Раббынан ҡабул иткән хеҙмәтте аҙағына тиклем үтә», — тип еткерегеҙ.
18
Был сәләмде мин, Павел, үҙ ҡулым менән яҙам. Минең тотҡонда икәнлегемде онотмағыҙ. Мәрхәмәт һеҙҙең менән булһын.
← Chapter 3