bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
/
Acts 25
Acts 25
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
1
Өлкәгә килеп өс көн торғандан һуң, Фест Кесариянан Иерусалимға китте.
2
Баш руханиҙар һәм йәһүдтәрҙең башлыҡтары уның янына килеп, Павелды ғәйепләне.
3
Үҙҙәренә мәрхәмәт күрһәтеүҙе һорап, Павелды Иерусалимға саҡыртыуын үтенделәр. Ә үҙҙәре уны юлда үлтерергә һүҙ ҡуйышты.
4
Ләкин Фест Павелды Кесарияла һаҡ аҫтында тотоуҙарын һәм тиҙҙән үҙенең дә шул ҡалаға барасағын әйтте.
5
— Шулай итеп, — тине ул, — етәкселәрегеҙ минең менән барһын һәм, ул кешенең ғәйебе булһа, был турала әйтһен.
6
Иерусалимда аҙна-ун көн булғандан һуң Фест Кесарияға ҡайтты. Икенсе көндө ул хөкөм итеү урынына ултырҙы һәм Павелды алып инергә ҡушты.
7
Павел ингәс, Иерусалимдан килгән йәһүдтәр уны уратып алды һәм Уға ҡаршы күп ауыр ғәйептәр ташланы. Ләкин ул ғәйептәрҙе иҫбат итә алманылар.
8
— Мин йәһүдтәр ҡанунына ла, Алла Йортона ла, ҡайсарға ҡаршы ла һис ниндәй яманлыҡ ҡылманым, — тине Павел үҙен яҡлап.
9
Фест, йәһүдтәргә ярарға теләп, Павелдан: — Иерусалимға барырға һәм унда был ғәйепләүҙәрҙе тикшереү өсөн минең хөкөм алдына баҫырға ризаһыңмы? — тип һораны.
10
— Мин ҡайсар хөкөмө алдында торам һәм эшем шунда ҡаралырға тейеш. Үҙең дә яҡшы белеп тораһың, мин йәһүдтәргә ҡаршы насар бер нәмә лә ҡылманым.
11
Әгәр ҙә нимәнелер дөрөҫ эшләмәйенсә үлемгә хөкөм итерлек эш ҡылғанмын икән, үлемдән баш тартмайым. Ә инде улар миңә ташлаған ғәйепләүҙәр дөрөҫ булмаһа, бер кем дә мине уларҙың ҡулына тотоп бирә алмай. Ҡайсарға мөрәжәғәт итергә теләйем, — тине Павел.
12
Фест, кәңәшселәре менән һөйләшеп алғас: — Һин ҡайсарға мөрәжәғәт итергә теләнең, шуның өсөн ҡайсар янына китәсәкһең, — тине.
13
Бер нисә көндән, Фесты тәбрик итеү өсөн, Агриппа батша менән Вереника Кесарияға килде.
14
Улар унда байтаҡ ҡына булғанлыҡтан, Фест батшаға Павелдың эшен тыңларға тәҡдим итте: — Бында Феликс тотҡонлоҡта ҡалдырған бер кеше бар.
15
Мин Иерусалимда булған саҡта йәһүдтәрҙең баш руханиҙары һәм аҡһаҡалдары, уны хөкөм итеүҙе талап итеп, шикәйәт менән килде.
16
Мин уларға, римлыларҙа ғәйепләнеүсе ғәйепләүсе менән осрашмайынса һәм ғәйепләүгә ҡаршы үҙен яҡлай алыу мөмкинлеге булмайынса, кешене язаға тарттырыу ғәҙәте юҡлығы тураһында әйтеп бирҙем.
17
Улар бында килгәс, һис кисектермәйенсә, икенсе көндө үк хөкөм итеү урынына ултырҙым һәм ул кешене алып килергә әмер бирҙем.
18
Павелды уратып алған ғәйепләүселәр уның яуыз эштәрен әйтеп ғәйепләрҙәр, тип уйлағайным, ләкин быны эшләй алманылар.
19
Улар үҙҙәренең диндәренә ҡағылышлы мәсьәләләр тураһында, Павел тере тип раҫлаған ниндәйҙер үлгән Ғайса хаҡында бәхәсләшә инеләр.
20
Был мәсьәләне тикшерергә ҡыйынһынып, мин унан Иерусалимға барырға һәм был эш буйынса шунда хөкөм алдына баҫырға теләмәйме икәнлеге хаҡында һораштым.
21
Әммә ул император ҡарарын һораны һәм һаҡ аҫтында ҡалырға теләне. Шунлыҡтан мин уны ҡайсар янына ебәрелгәнсе һаҡ аҫтында тоторға ҡуштым, — тине Фест.
22
Агриппа Фестҡа: — Ул кешене мин дә тыңларға теләр инем, — тине. — Иртәгә һин уны тыңларһың, — тип яуапланы Фест.
23
Икенсе көндө Агриппа һәм Вереника тантаналы рәүештә хәрби етәкселәр һәм ҡаланың иң күренекле кешеләре менән бергә ултырыштар залына ингәс, Фестың әмере буйынса Павелды алып килделәр.
24
— Агриппа батша һәм бында ултырыусылар! — тине Фест. — Иерусалимда ла, бында ла күп йәһүдтәр бына ошо кешегә зарланды. Ул йәшәргә тейеш түгел, тип ҡысҡырҙы улар.
25
Әммә мин, ул үлемгә хөкөм ителерлек бер нәмә лә эшләмәгән, тип таптым һәм, ул үҙе императорға мөрәжәғәт итергә теләгәнлектән, уны ҡайсар янына ебәрергә булдым.
26
Ләкин уның хаҡында императорға нимә яҙырға ла белмәйем. Шуға күрә, тикшергәндән һуң яҙырлыҡ берәй нәмә булһын ине тип, мин уны һеҙҙең алдығыҙға, бигерәк тә, Агриппа батша, һинең ҡаршыңа килтерҙем.
27
Тотҡондоң ниндәй эштә ғәйепләнеүен күрһәтмәй тороп, уны ҡайсар янына ебәреү, минеңсә, уйламайынса ҡылған эш буласаҡ.
← Chapter 24
Chapter 26 →