bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
/
Acts 24
Acts 24
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
1
Биш көндән, Павелға идарасы алдында ғәйеп ташлау өсөн, иң баш рухани Анания аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгесе Тертулл исемле кеше менән бергә Кесарияға килде.
2
Павелды саҡыртып алғас, Тертулл ғәйепләү һүҙҙәрен башланы:
3
— Мөхтәрәм Феликс! Һинең етәкселегең аҫтында оҙаҡ ваҡыт тыныслыҡта йәшәүебеҙҙе һәм һин ҡайғыртҡанға күрә был халыҡтың хәле яҡшы яҡҡа үҙгәреүен һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә күп рәхмәттәр менән таныйбыҙ, — тине ул. —
4
Һине оҙаҡ мәшәҡәтләмәҫ өсөн, беҙ әйтергә теләгән бер нисә һүҙҙе асыҡ күңел менән тыңлауыңды үтенәм.
5
Был кешене «йоғошло сир» тип таптыҡ. Ул Назара төркөмөнөң башлығы һәм бөтә донъяла йәшәүсе йәһүдтәр араһында боларыш ҡуптара.
6
[6-8] Ул хатта Алла Йортон хурларға тырышты. Беҙ уны ҡулға алдыҡ. Беҙҙең уны нимәлә ғәйепләүебеҙҙе унан һорау алып белә алырһың, — тине Тертулл.
7
***
8
***
9
Йәһүдтәр: — Эйе, шулай, — тип уның һүҙен раҫлап торҙо.
10
Идарасы, һөйләргә мөмкин тип, Павелға ишара яһаны. — Һинең был халыҡ өҫтөнән күп йылдар хөкөмдар булыуыңды белгәнгә, мин үҙемде шатланып яҡлаясаҡмын, — тине Павел. —
11
Аллаға табыныу өсөн Иерусалимға килгәнемә ун ике көндән дә артыҡ түгеллеген белә алаһың.
12
Алла Йортонда ла, ғибәҙәтханаларҙа ла, ҡалала ла улар минең берәй кеше менән бәхәсләшеүемде йәки халыҡ араһында фетнә таратыуымды күрмәне.
13
Үҙҙәре хәҙер миңә ташлаған ғәйептәрен дә иҫбат итә алмай.
14
Әммә һинең алда шуны таныйым: мин, улар айырым төркөм генә тип иҫәпләгән юлдан барып, аталарым Аллаһына хеҙмәт итәм, ҡанунға һәм пәйғәмбәрҙәр тарафынан яҙылғандарҙың бөтөнөһөнә ышанам.
15
Тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк тип, улар кеүек үк мин дә Аллаға өмөт бағлайым.
16
Шуға күрә һәр ваҡыт Алла алдында һәм кешеләр ҡаршыһында саф выждан менән йәшәргә тырышам.
17
Бер нисә йылдан һуң, үҙ халҡыма хәйер-саҙаҡа биреү һәм ярҙам итер өсөн, Иерусалимға ҡайттым.
18
Алла Йортонда таҙарыныу йолаһын үтеп, шул эштәрҙе башҡарған саҡта минең яныма халыҡ та йыйылмағайны, үҙем дә бер кемде лә борсоманым.
19
Миңә иһә Асия өлкәһендә йәшәүсе бер нисә йәһүд осраны. Ғәйепләрлек берәй сәбәптәре булһа, улар һинең ҡаршыңа килеп баҫырға һәм мине ғәйепләргә тейеш ине.
20
Йәки, Юғары кәңәшмә алдында торған сағымда, миндә ниндәй яуызлыҡ табыуҙары хаҡында бындағы кешеләр үҙҙәре әйтһен.
21
Мин унда булғанда: «Мине хәҙер үлеләрҙең тереләсәгенә ышаныуым өсөн хөкөм итәләр», — тип ҡысҡырып әйттем, башҡа бер ни ҙә эшләмәнем, — тине Павел.
22
Раббының юлы хаҡында ярайһы уҡ белгән Феликс: — Һеҙҙең эшегеҙ тураһында ғәскәриҙәр башлығы Лисий килгәс ҡарар ҡылырмын, — тип тикшереү эшен кисектерҙе.
23
Ә йөҙбашына Павелды һаҡ аҫтында тоторға, ләкин дуҫтарының уға хеҙмәт күрһәтеүенә ҡамасауламаҫҡа, тигән әмер бирҙе.
24
Бер нисә көндән Феликс үҙенең йәһүд ҡатыны Друзилла менән килде һәм Павелды саҡыртып алды. Ул Павелдың Ғайса Мәсихкә инаныуы тураһында һөйләгәнен тыңланы.
25
Әммә Павел тәҡүә булыу, нәфсене тыйыу һәм буласаҡ хөкөм хаҡында һөйләгәндә Феликс ҡурҡыуға төштө. — Хәҙергә етте, форсат тапҡас, һине саҡыртырмын, — тине ул.
26
Шул уҡ ваҡытта Павел уға аҡса бирер тип өмөт итте. Шунлыҡтан уны йыш ҡына саҡыртып, уның менән әңгәмә ҡороп ултырҙы.
27
Әммә ике йылдан Феликс урынына Порций Фест килде. Феликс, йәһүдтәргә ярарға тырышып, Павелды тотҡонлоҡта ҡалдырҙы.
← Chapter 23
Chapter 25 →