bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
/
2 John 1
2 John 1
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
1
Берҙәмлектең өлкәненән — Алла тарафынан һайлап алынған ханымға һәм уның балаларына. Мин һеҙҙе ысын күңелдән яратам. Мин генә түгел, хәҡиҡәтте таныусыларҙың бөтөнөһө лә һеҙҙе ярата.
2
Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, сөнки беҙҙә — хәҡиҡәт һәм ул мәңге беҙҙең менән буласаҡ.
3
Атабыҙ Алланан һәм Атаның Улы Ғайса Мәсихтән бирелгән мәрхәмәт, шәфҡәт һәм именлек беҙҙең менән хәҡиҡәттә һәм мөхәббәттә булһын.
4
Һинең балаларың араһында беҙ Атанан ҡабул иткән әмер буйынса хәҡиҡәттә йәшәүселәрҙе тапҡаныма бик ҡыуандым.
5
Хәҙер, ханым, мин һиңә яңы әмер түгел, ә баштан уҡ беҙ ҡабул иткән әмерҙе яҙам һәм үтенәм: бер-беребеҙҙе яратайыҡ.
6
Мөхәббәт ул Алланың әмерҙәре буйынса йәшәү. Һеҙ баштан уҡ ишеткән әмер ана шул, һәм һеҙ шуның буйынса йәшәргә тейеш.
7
Ғайса Мәсихтең ысын кеше булараҡ килеүен инҡар иткән күп ялғансылар донъяға сыҡты. Ундайҙар — ялғансы һәм Мәсихтең дошмандары.
8
Нимә хаҡына хеҙмәт иткәнебеҙҙе юғалтмаҫ, ә әжерегеҙҙе тулыһынса алыр өсөн, һаҡ булығыҙ.
9
Кем Мәсих тәғлимәтен тотмай һәм уның сигенән уҙа, унда Алла юҡ. Мәсих тәғлимәтенә тоғро кеше иһә Ата менән дә, Уның Улы менән дә берҙәм йәшәй.
10
Әгәр ҙә һеҙгә берәү килһә, ләкин был тәғлимәтте алып килмәһә, ул кешене өйөгөҙҙә ҡабул итмәгеҙ һәм уны сәләмләмәгеҙ.
11
Сәләмләгән кеше уның яуыз эштәренә ҡушыла.
12
Һеҙгә яҙа торған һүҙҙәрем күп, әммә ҡағыҙ һәм ҡараға мөрәжәғәт итергә теләмәйем. Ә ҡыуанысыбыҙ тулы булһын өсөн, янығыҙға барып, һеҙҙең үҙегеҙ менән һөйләшергә өмөтләнәм.
13
Алла тарафынан һайланған ҡыҙ туғаныңдың балалары һине сәләмләйҙәр.