bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
/
1 John 1
1 John 1
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
1
Беҙ баштан уҡ булған, беҙ ишеткән, үҙ күҙҙәребеҙ менән күргән, күҙәткән һәм ҡулдарыбыҙ менән ҡағылған нәмә — тормош Һүҙе тураһында вәғәзләйбеҙ.
2
Тормош беҙгә асылды: беҙ уны күрҙек. Атабыҙ менән булған, үҙебеҙгә асылған мәңгелек тормош хаҡында шаһитлыҡ ҡылабыҙ һәм иғлан итәбеҙ.
3
Һеҙ ҙә беҙҙең менән аралаша алһын өсөн, үҙебеҙҙең күргән һәм ишеткәндәребеҙҙе һеҙгә лә иғлан итәбеҙ. Беҙ иһә Ата һәм Уның Улы Ғайса Мәсих менән аралашып йәшәйбеҙ
4
һәм, ҡыуанысыбыҙ тулы булһын өсөн, һеҙгә ошоларҙы яҙабыҙ.
5
Беҙ Ғайса Мәсихтән ишеткән һәм һеҙгә иғлан итә торған Хәбәр шул: Алла — яҡтылыҡ һәм Унда һис ниндәй ҡараңғылыҡ юҡ.
6
Әгәр ҙә беҙ: «Алла менән аралашып йәшәйбеҙ», — тип әйтәбеҙ, әммә ҡараңғылыҡта ғүмер кисерәбеҙ икән, тимәк, беҙ ялғанлайбыҙ һәм хәҡиҡәт буйынса йәшәмәйбеҙ.
7
Әгәр инде Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йәшәһәк, тимәк, бер-беребеҙ менән аралашып йәшәйбеҙ һәм Уның Улы Ғайсаның ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра.
8
Әгәр: «Гонаһыбыҙ юҡ», — тибеҙ икән, беҙ үҙ-үҙебеҙҙе алдайбыҙ һәм беҙҙә хәҡиҡәт юҡ.
9
Ә гонаһтарыбыҙҙы таныйбыҙ икән, Алла гонаһтарыбыҙҙы кисерер һәм һәр төрлө яуызлыҡтарҙан арындырыр, сөнки Ул тоғро һәм ғәҙел.
10
Әгәр: «Беҙ гонаһ ҡылманыҡ», — тиһәк, Алланы ялғансы итәбеҙ һәм беҙҙә Уның һүҙе юҡ.
Chapter 2 →