bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Zechariah 13
Zechariah 13
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Ул көндө, Дауыт нәҫелен һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе гонаһтан һәм бысраҡлыҡтан паклау өсөн, бер шишмә урғылып сығыр.
2
– Ул көндө, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – был илдә боттарҙың исемдәрен дә ҡалдырмаясаҡмын һәм уларҙы башҡаса хәтергә алыусы булмаҫ. Шулай уҡ ялған пәйғәмбәрҙәрҙе лә, бысраҡ рухты ла был ерҙән ҡыуып сығарасаҡмын.
3
Әгәр берәйһе йәнә пәйғәмбәрлек итә башлаһа, уға үҙен тыуҙырған ата-әсәһе: «Һин йәшәргә тейеш түгелһең, сөнки һин Раббы исеменән ялған һөйләнең», – тип әйтер. Пәйғәмбәрлек иткәнендә уны үҙ әсәһе менән үҙ атаһы сәнсеп үлтерер.
4
Ул көндө һәр пәйғәмбәр пәйғәмбәрлек иткән сағында күргән күренмеше өсөн оялыр; инде уларҙың береһе лә башҡаларҙы алдар өсөн пәйғәмбәрҙәрҙең ҡыл ябынсаһын кеймәҫ.
5
«Мин пәйғәмбәр түгелмен, ер эшкәртеүсемен. Йәшлегемдә бер кеше мине үҙенә ҡол булараҡ һатып алды», – тип әйтер.
6
«Ҡулдарыңда ниндәй яралар ул?» – тип һорағандарға: «Былар минең дуҫтарымдың өйөндә алған йәрәхәттәр», – тип яуап ҡайтарыр.
7
«Эй ҡылыс, уян! Миңә яҡын булғанға, Миңә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! – Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын! Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен.
8
Бөтә илдә, – тип белдерә Раббы, – Халыҡтың өстән ике өлөшө үлеп бөтөр, Өстән бере иҫән ҡалыр.
9
Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, „Улар – Минең халҡым“, – тиермен. Улар иһә: „Раббы – минең Аллам!“ – тип әйтер».
← Chapter 12
Chapter 14 →