bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Zechariah 12
Zechariah 12
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Әүлиәлек. Раббының Исраил тураһында әйткән һүҙҙәре. Күктәрҙе киргән, ергә нигеҙ һалған, кешегә рух биргән Раббы былай ти:
2
– Ҡара, Йәрүсәлимде әйләнә-тирәләге бөтә халыҡтарҙы иҫертер шарап тулы туҫтаҡҡа әүерелдерәм. Йәрүсәлим ҡамап алынғас һәм Йәһүҙә бәләгә ҡалғас,
3
Йәрүсәлимде бөтә халыҡтар өсөн ауыр бер таш итәм. Уны күтәрергә маташҡан һәр береһе имгәнер. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Йәрүсәлимгә ҡаршы берләшер.
4
Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – һәр бер атты ҡурҡыуға һалырмын, ә һыбайлыһын аҡылдан яҙҙырырмын. Йәһүҙә халҡын күҙәтеп торормон, ә башҡа халыҡтарҙың бөтә аттарын һуҡырайтырмын.
5
Ул ваҡытта Йәһүҙә башлыҡтары үҙ-үҙҙәренә: «Йәрүсәлим халҡы Аллалары Күк ғәскәрҙәре Раббыһы арҡаһында ҡеүәтле», – тип әйтер.
6
Ул көндө Мин Йәһүҙә башлыҡтарын утын араһында ултырған ҡуҙлы көршәк, көлтәләр араһында янған сыра кеүек итермен. Улар уңда ла, һулда ла, эргә-тирәләге бөтә халыҡтарҙы яндырып юҡ итер. Йәрүсәлим халҡы иһә тағы үҙ ҡалаһында, Йәрүсәлимдә, йәшәр.
7
Раббы иң тәүҙә Йәһүҙә сатырҙарын ҡотҡарыр. Сөнки Дауыт нәҫеленән булғандарҙың һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең даны Йәһүҙәнекенән артыҡ булмаһын.
8
Раббы ул көндө Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе яҡлар. Уларҙың араһындағы иң көсһөҙ әҙәм Дауыт кеүек, Дауыт нәҫеле иһә Алла кеүек, алдарынан барған Раббының фәрештәһе шикелле булыр.
9
Ул көндө Раббы Йәрүсәлимгә һөжүм итергә маташҡан бөтә ҡәүемдәрҙе юҡ итә башлар.
10
Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.
11
Ул көндө Йәрүсәлимдә түгелгән йәш, Мегиддо тигеҙлегендәге Һадад-Риммонда түгелгән йәш кеүек күп булыр.
12
Ер илар, һәр нәҫел айырым илар: Дауыт нәҫеле, уларҙың ҡатындары айырым йәш түгер; Наҫандың нәҫеле, уларҙың ҡатындары айырым йәш түгер;
13
Левиҙең нәҫеле, уларҙың ҡатындары айырым, Шимғи нәҫеле, уларҙың ҡатындары айырым йәш түгер.
14
Ҡалған һәр нәҫелдең ирҙәре айырым, ҡатындары айырым йәш түгер.
← Chapter 11
Chapter 13 →