bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Song of Solomon 7
Song of Solomon 7
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Борол, боролоп ҡайт, Шулам ҡыҙы, Борол, һине тағы бер күрәйек. Шулам ҡыҙына ни өсөн ҡарайһығыҙ? Әйтерһең дә Маханаимды бейейем?
2
Ҡата кейгән аяҡтарың ниндәй матур, Аҫыл зат ҡыҙ! Янбаштарың йомро, әйтерһең дә, Оҫта ҡулдар юнған аҫылташтар.
3
Хуш еҫле шарапҡа мөлдөрәмә тулы Йомро бер туҫтаҡ – кендегең. Эсең – лилиәләр менән уратылған Бойҙай көлтәһеләй матур.
4
Түштәрең ике болан балаһы һымаҡ, Гүйә ғәзәлдең игеҙ быҙауы.
5
Муйының гүйә фил һөйәгенән юнылған бағана. Күҙҙәрең Бат-Раббим ҡапҡаһы янындағы Хешбон быуаларына оҡшап мөлдөрәмә. Танауың Дамаскка ҡараған Ливан манараһы кеүек текә.
6
Башың ғорур – гүйә Кармәл тауы. Тулҡын сәсең – балҡып торған ҡарағусҡыл ҡыҙыл, Бөҙрәләрең тотҡонға алды батшаны.
7
Ниндәй сибәрһең һөйгәнем минең! Ниндәй ләззәт миңә һине һөйөү.
8
Буйың хөрмә ағасылай зифа, Түштәрең уның емеше кеүек тулы.
9
Уйланым мин: «Үрмәләйем хөрмә ағасына, Емешле ботаҡтарыңа тотонайым». Күкрәктәрең – йөҙөм тәлгәшеләй, Һулышыңдан алманың хуш еҫен тояйым.
10
Ирендәрең затлы шарап һымаҡ татлы. Был шарап һөйгәнемә ағылһын, Ирендәрем һәм тештәрем араһынан тамылйыһын.
11
Мин – һөйгәнемдеке, Ул бары тик мине теләй.
12
Әйҙә, һөйгәнем, ҡырға сығайыҡ, Ҡына гөлдәре араһында ҡунайыҡ.
13
Иртүк тороп йөҙөм баҡсаларына барырбыҙ, Ҡарарбыҙ: улар япраҡ ярғанмы, Сәскәләре тумалғанмы, Анарҙары сәскәләргә күмелгәнме? Шунда мин һиңә һөйөүемде бүләк итермен.
14
Һөйҙөргөс алмаһы хуш еҫен аңҡыта, Ишек төбөбөҙгә һәр төрлө емештәр баулап, Һинең өсөн һаҡлап ҡуйҙым, һөйгәнем.
← Chapter 6
Chapter 8 →