bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Song of Solomon 6
Song of Solomon 6
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Һөйгәнең ҡайҙарға китте, Эй гүзәлдәрҙең гүзәле? Ҡайһы тарафҡа юл алды, әйтсе? Һинең менән бергәләп эҙләрбеҙ.
2
Һөйгәнем үҙенең баҡсаһына төштө, Еҫле гөл түтәлдәре янына. Ул шунда баҡсалар араһында йөрөр, Көтөүен лилиәләр араһында утлатыр.
3
Мин – һөйгәнемдеке, һөйгәнем – минеке. Ул көтөүҙәрен лилиәләр араһында утлата.
4
Тирса ҡалаһылай гүзәлһең һин, йәрем. Йәрүсәлим кеүек һөйкөмлөһөң, Байраҡтарын күтәргән ғәскәрҙәй дәһшәтлеһең.
5
Күҙҙәреңде ситкә алсы минән, Улар минең баҙнатымды ала! Сәсең гүйә Ғилғәд тауын ябып, Аҫҡа ағылған кәзә көтөүе һымаҡ.
6
Тештәрең һыуҙа йыуынып сыҡҡан һарыҡтай аҡ, Һәр ҡайһыһының игеҙәге бар, Араһында береһе лә юғалмаған.
7
Уртаға бүленгән анар алмаһылай, Япмаң аҫтындағы яңаҡтарың.
8
Ана, алтмыш батшабикә, һикһән йәриә, Йәш ҡыҙҙарҙың иҫәбе-һаны юҡ!
9
Әммә минең күгәрсенем, гүзәлем берҙән-бер! Әсәһенең яңғыҙ ҡыҙы, Тапҡан әсәһенең ғәзизе. Ҡыҙҙар уны күреп, бәхетле, ти, Батшабикә, йәриәләр маҡтай.
10
Кем ул таңғы шәфәҡ кеүек сихри, Айҙай гүзәл, ҡояш кеүек балҡыу, Байраҡтарын күтәргән ғәскәрҙәй дәһшәтле?
11
Үҙәндәге йәшеллекте күрергә тип, Мин сәтләүек туғайына төштөм. Йөҙөм ҡыуағы япраҡҡа тумалғанмы, Анар ағасы сәскә атҡанмы?
12
Үҙем дә аңламай ҡалдым, Арманым затлы халҡымдың Арбаһына мине мендерҙе.
← Chapter 5
Chapter 7 →