bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 91
Psalms 91
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Мәҙхиә. Шәмбе көнө өсөн йыр.
2
Эй Раббы, Һиңә шөкөраналар ҡылыу яҡшы, Эй Юғарыларҙан Юғары, исемеңде данлау яҡшы.
3
Йырлау яҡшы иртәнсәк мөхәббәтеңде, Иғлан ҡылыу яҡшы кистәрен тоғролоғоңдо.
4
Яҡшылыр быларҙы һөйләү көйгә һалып, Ун ҡыллы арфа һәм лира сиртә-сиртә!
5
Сөнки, йә Раббы, ғәмәлдәрең менән ҡыуандыраһың; Ҡулыңдың эштәренә һоҡланып йырлайым.
6
Ҡылғандарың ни ҡәҙәрле бөйөк, Раббы! Тәрәнлектән тәрән фекерҙәрең!
7
Ахмаҡ әҙәм быны белмәҫ, Алйоттоң аҡылы етмәҫ:
8
Залимдар сүп үләнеләй үрсеһә лә, Яуызлыҡ күкрәп сәскә атһа ла, Улар мәңгегә юҡҡа сығасаҡ.
9
Ә Һин мәңге бейек, Раббы!
10
Йә Раббы, дошмандарың мотлаҡ ҡырыласаҡ. Яуызлыҡ ҡылыусылар һәммәһе таралып бөтәсәк.
11
Ә мине ҡырағай үгеҙ һымаҡ көслө иттең, Башыма саф зәйтүн майы һөрттөң.
12
Дошмандарым йығылғанын күҙем күрер, Миңә һөжүм иткән яуыздарҙың Ҡолағанын ҡолағым ишетер.
13
Тәҡүә кеше хөрмә һымаҡ сәскә атыр, Ливандағы кедр ағасылай ҡалҡыр.
14
Раббы йортонда тамырланғандар, Аллабыҙ ихатаһында сәскә атыр.
15
Улар өлкәнәйгәс тә емешле, Һутлы һәм йәм-йәшел ҡаласаҡтар.
16
Улар әйтер: «Раббы хаҡ, Ул – ҡаям минең; Унда тамсы ла ғәҙелһеҙлек юҡ».
← Chapter 90
Chapter 92 →