bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 90
Psalms 90
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Юғарыларҙан Юғарының ышығына һыйынған, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең күләгәһендә йәшәгән кеше
2
Раббы хаҡында былай тип әйтер: «Ул минең һыйындырыусым, ҡәлғәм, Аллам, мин Уға өмөт бағлайым».
3
Ул һине аусының тоҙағынан, Үлемесле сирҙәрҙән ҡотҡарыр.
4
Ул һине ҡанат аҫтына алыр, Ҡаурыйҙары араһына һыйынырһың; Тоғролоғо – ҡалҡаның, ышығың булыр.
5
Ҡурҡмаҫһың төнгө дәһшәттән, Көн яҡтыһында атылған уҡтан,
6
Ҡараңғыла ябырылған ҡырғын, Төш мәлендә килеп баҫҡан һәләкәттән.
7
Тирә-яғыңда йығылып ятыр меңдәр; Унар меңдәр уң яғыңда ҡолар, Ә һиңә ҡағыла алмаҫ хәтәр.
8
Үҙ күҙҙәрең менән ҡарарһың, Залимдарҙың язаһын күрерһең.
9
Һин Раббыға һыйынғаның, Юғарыларҙан Юғарыға ышыҡланғаның өсөн
10
Башыңа һәләкәт килмәҫ, Сатырыңа бәлә-ҡаза яҡынламаҫ.
11
Алла һинең хаҡта фәрештәләренә бойороҡ бирер, Улар, ҡайҙа йөрөһәң дә, һине һаҡлар,
12
Аяҡтарыңды ташҡа бәрҙертмәй, Улар һине ҡулдарына күтәреп йөрөтөр.
13
Арыҫланға, зәһәр йыланға баҫып үтерһең, Йәш арыҫланды, йыланды иҙә тапарһың.
14
«Ул Мине яратҡан өсөн Уны азат итәсәкмен, – ти Раббы, – Исемемде танығанға күрә, Мин уны һаҡлаясаҡмын.
15
Саҡырғанда яуап ҡайтарырмын, Ҡайғылы мәлендә – янында булырмын, Йолоп алырмын, данға күмермен.
16
Ғүмерен оҙон ҡылырмын, Ҡотҡарыуымды бүләк итермен».
← Chapter 89
Chapter 91 →