bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 66
Psalms 66
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: Ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Йыр-мәҙхиә.
2
Алла беҙгә мәрхәмәтле булһын, фатиха бирһен; Беҙҙе йөҙөнөң нуры менән балҡытһын.
3
Шул саҡ ер йөҙөндә юлың мәғлүм булыр, Бар халыҡтар араһында ҡотҡарыуың билдәле булыр.
4
Эй Алла, халыҡтар Һиңә шөкөр итһен, Бөтә халыҡтар рәхмәт яуҙырһын!
5
Ҡәүемдәр ҡыуанып күңел асһын, Сөнки Һин халыҡтарҙы ғәҙел хөкөм итәһең, Ер йөҙөндәге ҡәүемдәргә юл күрһәтәһең.
6
Эй Алла, халыҡтар Һиңә шөкөр итһен, Бөтә халыҡтар рәхмәт яуҙырһын!
7
Тупраҡ уңышын бирә; Алла, Аллабыҙ беҙгә бәрәкәт бирһен.
8
Алла беҙгә фатихаһын бирһен, Әйҙә, ерҙең һәр тарафындағылар Унан ҡурҡып, Уны хөрмәт итеп торһон.
← Chapter 65
Chapter 67 →