bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 65
Psalms 65
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: Йыр-мәҙхиә. Эй ер йөҙөндәге бар кешеләр, Ҡыуанышып Алланы маҡтағыҙ!
2
Уның исемен данлап йырлағыҙ, Шөһрәтенә маҡтау яуҙырығыҙ!
3
Аллаға былай тип әйтегеҙ: «Ни ҡәҙәр дәһшәтле ғәмәлдәрең! Һин шул тиклем ҡөҙрәтлеһең, Дошмандарың алдыңда бөгөлөп төшөр.
4
Бөтә донъя Һиңә сәждә ҡылыр, Мәҙхиә уҡыр, Исемеңде маҡтап йырлар».
5
Эй килегеҙ, Алланың ғәмәлдәрен күрегеҙ! Ниндәй дәһшәтле хикмәттәр ҡылды Әҙәм улдарының күҙ алдында:
6
Диңгеҙҙе ҡороға әйләндерҙе, Йылғаны халыҡ йәйәүләп кисеп сыҡты. Уның ҡылғандарына ҡыуандыҡ шунда.
7
Ҡөҙрәте менән мәңге хакимлыҡ итә, Күҙе менән ҡәүемдәрҙе байҡап тора: Фетнәселдәр Уға ҡаршы ҡалҡмаһындар!
8
Эй халыҡтар, Аллабыҙға шөкөрана ҡылығыҙ, Маҡтау ауаздарығыҙ яңғырап торһон.
9
Ул беҙҙең ғүмеребеҙҙе һаҡлай, Аяғыбыҙға тайып китергә бирмәй.
10
Эй Илаһым, Һин беҙҙе тикшерҙең, Көмөштө таҙартҡан һымаҡ иретеп һынаның.
11
Һин беҙҙе ауға төшөрҙөң, Иңебеҙгә ғазап һалдың.
12
Һыбайлыларҙы башыбыҙ аша үткәрттең; Беҙҙе уттар, һыуҙар аша уҙғарҙың, Ахырҙа иркенгә алып сыҡтың.
13
Ҡорамыңа тотош яндырыу ҡорбандары менән инермен, Әйткән нәҙерҙәремде үтәрмен –
14
Бәлә килгәндә телемдән төшкән, Ауыҙымдан сыҡҡан нәҙерҙәрҙе.
15
Һимеҙ малдарҙы тотош яндырыу ҡорбаны итермен, Һарыҡ тәкәләрен хуш еҫ ҡорбанына төтәҫләрмен, Һыйыр малы, кәзә тәкәләре килтерермен.
16
Эй һеҙ, Алланан ҡурҡҡандар, килегеҙ, тыңлағыҙ, Уның миңә ниҙәр эшләгәнен һөйләп бирәм.
17
Ауыҙым менән Уны саҡырҙым, Телем менән ҙурлап туйманым.
18
Йөрәгемдә боҙоҡлоҡҡа урын бирһәм, Раббы мине ишетмәгән булыр ине.
19
Ә Алла мине тыңланы, Доғам ауазына ҡолаҡ һалды.
20
Рәхмәттәр яуһын Аллаға! Доғамды кире ҡаҡманы, Тоғро мөхәббәтенән мине мәхрүм итмәне.
← Chapter 64
Chapter 66 →