bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 42
Psalms 42
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Эй Алла, хөкөм ҡыл, хаҡлы сығар Был иманһыҙ ҡәүемгә ҡаршы дәғүәмдә. Мәкерле, боҙоҡ бәндәләрҙең ҡулынан ҡотҡар,
2
Сөнки Һин минең ҡәлғәмһең, Аллам; Ниңә һуң мине ситкә тибәрҙең? Ни өсөн дошмандарымдың иҙеүенән Иңрәп ҡайғы-хәсрәткә баттым?
3
Күндер миңә нурыңды, хәҡиҡәтеңде, Улар мине әйҙәп барһын, Һинең мөҡәддәс тауыңа, торлағыңа алып килһен.
4
Унда мин Алланың ҡорбан усағына, Илаһыма – һөйөнөсөм, йыуанысыма – килермен; Арфала уйнап Һине данлармын, Эй Алла, Илаһым минең.
5
Ниңә өҙөләһең, йәнем, көйөнәһең? Һин өмөтөңдө бағла Аллаға! Мин тағы ла рәхмәттәр уҡырмын Уға, Мине күреп торған һәм ҡотҡарасаҡ Аллама!
← Chapter 41
Chapter 43 →