bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 41
Psalms 41
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының уйланыуҙары.
2
Ағын һыуҙарға ашҡынған болан һымаҡ, Күңелем Һиңә ашҡына, Аллам!
3
Аллаға, тере Аллаға сарсаған йәнем; Ҡасан барырмын, хозурыңда булырмын, Аллам?
4
«Ҡайҙа һуң һинең Аллаң?» – тип һәр көн мине йөҙәткәндә, Күҙ йәшем ризығым булды иртә-кисен.
5
Йөрәк һыҙлай, иҫкә төшкән һайын, Күмәк халыҡ араһында килгәндәрем; Шатлыҡ ауаздары менән маҡтау йырлап Тантана иткән халыҡтың ташҡынында Алла ҡорамына атлап ингәндәрем.
6
Ниңә өҙөләһең, йәнем, көйөнәһең? Һин өмөтөңдө бағла Аллаға! Мин тағы ла рәхмәттәр уҡырмын Уға, Мине күреп торған һәм ҡотҡарасаҡ Аллама!
7
Күңелем төшөнкө, шуға, Аллам, Иордан һәм Хермон ерҙәрендә, Мисар тауында Һине мин иҫкә алам.
8
Шарлауыҡтарҙың шаулауы аша Даръялар өндәшә даръяларға. Һинең бөтә тулҡындарың, ташҡындарың Үтеп китте минең өҫтән.
9
Көндөҙ Раббы Үҙенең тоғро мөхәббәтен күндерер, Төндә иһә мин йырлармын Уға, Доға ҡылырмын тормошом Аллаһына.
10
Таянысым – Аллама әйтермен: «Ни өсөн мине оноттоң? Ниңә дошмандарымдан иҙелеп Йөрөйөм ҡайғы-хәсрәткә батып?»
11
«Ҡайҙа Аллаң?» – тип дошмандарымдың Көн оҙоно мыҫҡыл итеүҙәре Елегемә төштө минең.
12
Ниңә өҙөләһең, йәнем, көйөнәһең? Һин өмөтөңдө бағла Аллаға! Мин тағы ла рәхмәттәр уҡырмын Уға, Мине күреп торған һәм ҡотҡарасаҡ Аллама!
← Chapter 40
Chapter 42 →