bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 36
Psalms 36
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыттың мәҙхиәһе. Яуызлыҡ ҡылғандарға йәнең көймәһен, Яманлыҡ эшләүселәрҙән көнләшмә!
2
Сөнки улар үлән һымаҡ тиҙ арала ҡорор, Йәшел үҫенте шикелле һулып ҡалыр.
3
Һин Раббыға инан, яҡшылыҡ ҡыл; Ошо ерҙә төйәкләнеп, тоғролоҡта ғүмер кисер.
4
Раббы һинең ҡыуанысың булһын – Ул һиңә йәнең ни теләй, шуны бирер.
5
Тормош юлыңды Раббыға тапшыр, Уға ышан – барыһын да ғәмәл ҡылыр.
6
Ул тоғролоғоңдо таңдай балҡытыр, Ғәҙеллегеңде төшлөктәге ҡояштай итер.
7
Шым тор Раббы хозурында, бул сабыр; Йәнең көймәһен тормошта уңышҡа өлгәшкән, Маҡсатына ирешкән хәйләкәр затҡа.
8
Асыуыңдан тыйыл, ярһыуыңды ташла, Көнсөл булма – улар әҙәмде яҡшыға илтмәй.
9
Яуызлыҡ эшләүселәр ҡырҡып ташланыр, Раббыға өмөт бағлаусы ерҙе мираҫ итеп алыр.
10
Саҡ ҡына көт, яуыз юҡҡа сығыр, Булған ерендә уны эҙләп тә таба алмаҫһың.
11
Ә баҫалҡыларға ер мираҫ ҡалыр, Муллыҡ-именлектә хозурланып йәшәр.
12
Яуыз әҙәм тәҡүәгә мәкер ҡорор, Уға ҡаршы тешен шығырҙатыр.
13
Әммә бөйөк Хаким унан бары көлөр, Сөнки уның һуңғы көнө киләсәген белер.
14
Ярлы-фәҡирҙе ергә ҡолатыр, Тоғро юлдағыны һәләк итер өсөн Залимдар ҡылысын сығарыр, йәйә кирер.
15
Тик ҡылысы үҙ йөрәгенә ҡаҙалыр, Уҡтары һәм йәйәләре һыныр.
16
Тәҡүәнең аҙ ғына малы ла Залимдарҙың ҙур байлығынан артыҡ.
17
Сөнки яуыздарҙың һеңере өҙөлөр, Тәҡүәләргә Раббы таяныс булыр.
18
Камил бәндәләрҙең һәр көнө Раббы иғтибары аҫтында, Биләмәләре мәңге үҙҙәренең ҡулында ҡалыр.
19
Бәлә килгәндә улар түбәнһетелмәҫ, Аслыҡ мәлендә тамаҡтары туҡ булыр.
20
Ә яуыздар һәләкәткә төшөр, Раббының дошмандары ялан гөлөләй ҡорор, Төтөн һымаҡ таралыр ҙа юҡҡа сығыр.
21
Яман кеше бурысҡа алыр ҙа кире бирмәҫ, Тәҡүә әҙәм ҡыҙғанмайынса өләшер.
22
Раббы фатихаһын ҡаҙанғандар илде мираҫ итеп алыр. Ул ләғнәт иткән бәндәләр тамырынан йолҡоп ырғытылыр.
23
Раббы кешенең юлын хуп күрһә, Уның аҙымдарын ныҡлы итер.
24
Ундайҙар абынһа ла йығылмаҫ, Сөнки Раббы етәкләп алған ҡулынан.
25
Мин йәш инем, инде ҡартайҙым, Әммә тәҡүәнең ситкә тибелгәнен, Тоҡомоноң икмәк һорап теләнгәнен һис күрмәнем.
26
Ул һәр саҡ ихлас бурысҡа биреп торор, Тоҡомо хәйер-фатихалы булыр.
27
Яманлыҡтан ҡас һин, яҡшылыҡ ҡыл, Шул саҡ ғүмерең буйы имен йәшәрһең.
28
Сөнки Раббы ғәҙеллекте һөйә, Тәҡүә бәндәләрен ташламай. Тоғроларын мәңге ҡурсалар, Ә яуыздарҙың тоҡомо ҡороп ҡалыр.
29
Тәҡүәләр илде мираҫ итеп алыр, Унда мәңгелеккә төйәкләнер.
30
Тәҡүәнең ауыҙынан аҡыл ағылыр, Теленән ғәҙеллек тамыр.
31
Сөнки Алланың ҡануны – йөрәгендә, Аҙымдары юлдан һис тайпылмаҫ.
32
Залим иһә тәҡүәне аңдып торор, Уны үлтерергә форсат эҙләр.
33
Әммә Раббы тоғроно яман ҡулына ташламаҫ, Хөкөмдә уның ғәйепле түгеллеген раҫлар.
34
Раббыға өмөт бағла, Уның юлын тот, Ул һине ҙурлар һәм илде мираҫҡа бирер. Яуыздарҙың һәләкәтен үҙ күҙҙәрең менән күрерһең.
35
Күргәйнем мин аяуһыҙ, залим әҙәмдең Бай тупраҡта үҫкән ағас һымаҡ көслөлөгөн.
36
Әммә үтеп китте лә юҡ булды, Хатта эҙләһәм дә таба алманым.
37
Керһеҙ күңелле бәндәгә күҙ һал, намыҫлыға ҡара, Ул тыныс йәшәй, уның киләсәге бар.
38
Фетнәселәр иһә барыһы ла юҡ буласаҡ, Залимдарҙың киләсәге ҡырҡыласаҡ.
39
Тоғроларға – ҡотолоу Раббынан, Афәт мәлендә – Ул һыйыныр ышыҡ.
40
Раббы уларға ярҙам итер, ҡотҡарыр, Залимдарҙың ҡулынан ҡурсалап алыр, Сөнки улар Раббыға һыйыныр.
← Chapter 35
Chapter 37 →