bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 35
Psalms 35
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: Раббы ҡоло Дауыттың мәҙхиәһе.
2
Бары гонаһ яуыз әҙәм күңелендә, Алланан ҡурҡыу юҡ булмышында.
3
Ғәйебен таныр, уға нәфрәтләнер урында, Күҙ алдында яҡшатланыр үҙ-үҙенә.
4
Ауыҙынан яуызлыҡ һәм ялған ағыр, Аҡыллы һәм яҡшы эштән йыраҡ йөрөр.
5
Түшәктә лә тик яуызлыҡ уйлап ятыр, Ямандан күңеле ҡайтмаҫ, боҙоҡлоҡ юлына баҫыр.
6
Мөхәббәтең күктәргә йәйелә, Тоғролоғоң болоттарҙан аша.
7
Ғәҙеллегең тауҙар һымаҡ оло, Хаҡ хөкөмөң тәрән даръяларҙан. Кешене лә, хайуанды ла ҡурсалайһың.
8
Ниндәй ҡиммәт мөхәббәтең, эй Алла! Бәндәләрең ҡанатың аҫтында ышыҡ таба.
9
Йортоңдоң муллығы менән уларҙы туйындыраһың, Ләззәт шишмәңдән сарсауҙарын ҡандыраһың.
10
Сөнки йәшәү сығанағы – Һиндә, Һинең нурыңдан беҙ яҡтылыҡ алабыҙ.
11
Һине танығандарға – мөхәббәтеңде, Саф йөрәклеләргә тоғролоғоңдо күрһәт.
12
Тәкәбберҙәрҙең аяғы аҫтында ҡалмаһамсы, Ҡыуаламаһын мине залимдар ҡулы.
13
Күрҙем, яҙыҡ эш ҡылыусылар ҡоланы; Ергә ҡолатылдылар, башҡаса тора алмаҫтар.
← Chapter 34
Chapter 36 →