bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 29
Psalms 29
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыттың мәҙхиәһе. Ҡорамды изгеләндереү тантанаһында башҡарылған йыр.
2
Эй Раббы, Һине ҙурлайым! Мине ҡәбер ауыҙынан тартып алдың, Дошмандарыма минән көлөргә юл ҡуйманың.
3
Эй Раббы Аллам, Һиңә ялбарҙым, Һин миңә шифа бирҙең.
4
Раббым, йәнемде гүрҙән сығарҙың, Йәшәү бирҙең, ҡәбергә төшөрмәнең.
5
Эй Раббының тоғро бәндәләре, Уға мәҙхиә йырлағыҙ. Мөҡәддәс исеменә рәхмәт уҡығыҙ.
6
Уның асыуы – бер мәлгә генә, Миһырбаны ғүмер буйы ҡалыр. Кисен күҙ йәшебеҙ аҡһа, Таң менән бергәләп шатлыҡ тыуыр.
7
Именлектә саҡта әйткән инем: «Инде һис ҡасан да сайҡалмаҫмын!»
8
Раббы, мине хуш күргән сағыңда Тау һымаҡ ҡаҡшамаҫ, ғорур иттең. Әммә йөҙөңдө йәшергәс, Мин йәнә хафаға ҡалдым.
9
Йә Раббым, Һине саҡырҙым, Бөйөк Хакимыма мәрхәмәт һорап ялбарҙым:
10
«Ни файҙа булыр Һиңә, түгелеп ҡаным, Үлем соҡорона әгәр төшһәм? Ҡәбер тупрағы Һине данлаймы? Һинең тоғролоғоң хаҡында һөйләйме?
11
Ишет, Раббы, мәрхәмәт ҡыл миңә; Йә Раббы, ярҙамсы бул!» – тинем.
12
Һыҡтауымды Һин бейеүгә әйләндерҙең, Хәсрәт кейемемде систерҙең дә Ҡыуаныс менән сорнаның.
13
Күңелем Һиңә һис тынмай дан йырлар. Эй Раббым Аллам, Һиңә мәңге шөкөрана ҡылырмын.
← Chapter 28
Chapter 30 →