bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 28
Psalms 28
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыттың мәҙхиәһе. Эй илаһи заттар, Раббыға лайыҡ булғанды бирегеҙ – Раббының ҡөҙрәте менән шөһрәтен танығыҙ!
2
Раббы исеменең данын танығыҙ! Мөҡәддәс балҡышы хозурында Раббыға сәждә ҡылығыҙ!
3
Раббы ауазы һыуҙар өҫтөндә яңғырай, Күкрәй шөһрәтле Алла. Раббы даръя һыуҙары өҫтөндә гиҙә.
4
Раббы ауазы ҡеүәтле, Мәғрур Раббының ауазы.
5
Ул ауаз кедр ағастарын һындыра; Раббы Ливандың кедрҙарын ауҙара.
6
Ливан тауҙарын башмаҡтай, Сирйон тауын ҡырағай йәш үгеҙҙәй һикертә.
7
Раббының ауазы ут-ялҡын сығара;
8
Сүллекте тетрәтә Раббының ауазы, Ҡадеш сүлен дер һелкетә Раббы.
9
Раббы ауазы имәндәрҙе тетрәтә, Урмандарҙы япраҡһыҙ ҡалдыра. Ҡорамындағы һәммәһе ҡысҡыра: «Дан!»
10
Раббы даръя һыуҙары өҫтөндәге тәхетендә ултыра, Ул – мәңгелек Батша, тәхетендә ҡалыр.
11
Раббы Үҙ халҡына ҡеүәт бирер, Ул халҡын именлек биреп фатихалар!
← Chapter 27
Chapter 29 →