bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 19
Psalms 19
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
2
Бәлә килгәндә яуап ҡайтарһын һиңә Раббы, Яҡуп Аллаһының исеме һине һаҡлаһын!
3
Мөҡәддәс торлағынан ярҙам ебәрһен, Сиондан Ул һиңә таяныс юллаһын.
4
Бөтә саҙаҡаларыңды иҫкә алһын, Тотош яндырыу ҡорбандарыңды ҡабул ҡылһын!
5
Йәнең теләгәнде бирһен, Һәр бер ниәтеңде ғәмәл итһен!
6
Ә беҙ һинең еңеүеңә шатланып гөрләшербеҙ, Аллабыҙ исеме менән байраҡ күтәрербеҙ. Раббы бөтә үтенестәреңде ғәмәл ҡылһын.
7
Инде беләм, Раббы Үҙе мәсехләгән батшаны ҡотҡарыр, Уға мөҡәддәс күгенән яуап бирер, Ҡөҙрәтле уң ҡулы менән еңеү бүләк итер.
8
Ҡайһылар яу арбалары, Икенселәр аттары менән маҡтаныр. Беҙ иһә Аллабыҙ Раббының исеме менән маҡтанырбыҙ.
9
Тегеләр сүгер һәм йығылырҙар, Беҙ ҡалҡырбыҙ, туп-тура торорбоҙ.
10
Йә Раббы, Һин батшаға еңеү бир! Һине саҡырғанда, беҙгә яуап ҡайтар!
← Chapter 18
Chapter 20 →