bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 18
Psalms 18
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
2
Күктәр Алланың шөһрәтен һөйләй, Күк көмбәҙе иғлан итә ҡулдарының эшен.
3
Көн көнгә тапшыра был һүҙҙәрҙе, Был белемде төн төнгә еткерә.
4
Телмәр ҙә юҡ бында, һөйләшеү ҙә, Уларҙың тауышы ишетелмәй.
5
Әммә ауаздары бөтөн донъяға тарала, Хәбәрҙәре ер сиктәренә олғаша. Раббы күктә ҡояш өсөн сатыр ҡорған.
6
Ҡояш – сымылдаҡтан сыҡҡан кейәү һымаҡ; Шатлана, гүйә ярышҡа сыҡҡан йүгерек егет.
7
Күктең бер осонан сыға, Икенсе осона барып байый – Эҫеһенән һис нәмә йәшенә алмай.
8
Раббының ҡануны камил – йәнде терелтә; Раббы күрһәтмәләре ышаныслы – бер ҡатлыны зирәк итә;
9
Раббының нәсихәттәре дөрөҫ – күңелде һөйөндөрә; Раббы бойороҡтары аныҡ – күҙҙе аса;
10
Раббынан ҡурҡыу – паклыҡ, ул мәңге дауам итә; Раббының хөкөмдәре ышаныслы, барыһы ла ғәйәт ғәҙел.
11
Улар алтындан, саф алтын тауҙарынан ғәзизерәк; Улар балдан, кәрәҙҙән тамылйыған балдан, татлыраҡ.
12
Мин, ҡолоң Һинең, уларҙан нәсихәт алам, Уларға таянып йәшәгәндәр ҙур бүләк ала.
13
Кем үҙенең хаталарын белер? Йәшерендәренән пакла мине.
14
Белә-күрә гонаһ ҡылыуҙарҙан һаҡла, Улар миңә хаким була алмаһын! Шул сағында мин камил булырмын, Ҙур гонаһтарҙан азат ҡалырмын.
15
Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәр, Башымдағы уй-ниәттәр, Һинең күңелеңә хуш булһасы, Эй Раббым, ҡаям һәм ҡотҡарыусым!
← Chapter 17
Chapter 19 →