bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 150
Psalms 150
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Раббыны данлағыҙ! Мөҡәддәс торлағында данлағыҙ Алланы! Данлағыҙ Уны ҡәлғәһе – күк көмбәҙендә!
2
Мөһабәт ғәмәлдәре өсөн данлағыҙ! Тиңһеҙ бөйөклөгөн данлағыҙ!
3
Мөгөҙ борғолар ҡысҡыртып данлағыҙ Уны! Лира, арфа ҡылдары сиртеп данлағыҙ!
4
Дөңгөр ҡағып, бейей-бейей данлағыҙ! Ҡыллы уйын ҡоралдарында, Һыбыҙғыла уйнап данлағыҙ!
5
Зыңғылдауыҡ тәрилкәләр һуғып данлағыҙ! Яңғырауыҡ тәрилкәләр сыңлатып данлағыҙ!
6
Барса йән эйәләре, Раббыны данлағыҙ! Раббыны данлағыҙ!
← Chapter 149