bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 149
Psalms 149
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Раббыны данлағыҙ! Раббыға яңы йыр йырлағыҙ, Тоғролары йыйынында Уны данлағыҙ!
2
Яратыусыһының хозурында һөйөнһөн Исраил, Батшаһын күңел түрендә тотоп ҡыуанһын Сион халҡы!
3
Әйҙә улар бейей-бейей исемен данлаһын Уның, Дөңгөр ҡағып, арфа сиртеп, Уға мәҙхиә йырлаһын!
4
Сөнки Раббы Үҙ халҡын хуш күрә, Баҫалҡыларҙы еңеү менән данлай.
5
Тоғролары дан-шөһрәт эсендә тантана итһен, Ҡырын ятып, һөйөнөс йырҙары йырлаһын!
6
Ауыҙҙарында – Алланы маҡтау, Ҡулдарында ике яҡлы үткер ҡылыс булһын:
7
Шулай улар ҡәүемдәрҙән ҡон ҡайтарыр, Халыҡтарҙы язаға тарттырыр,
8
Батшаларына сынйыр һалыр, Бейҙәренә тимер бығау кейҙерер,
9
Уларға яҙылған хөкөмдө еренә еткерер. Уның барса тоғролары өсөн намыҫ эше был. Раббыны данлағыҙ!
← Chapter 148
Chapter 150 →