bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 140
Psalms 140
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыттың мәҙхиәһе. Йә Раббы, Һине саҡырам, ашыҡ миңә! Һиңә ялбарған тауышыма ҡолаҡ һал!
2
Доғаларым хозурыңда хуш еҫ төтәткән һымаҡ, Һонолған ҡулдарым киске ҡорбан һымаҡ ҡабул булһын!
3
Йә Раббы, ауыҙыма ҡарауылсы ҡуй, Иренемдең ҡапҡаларына йоҙаҡ һал!
4
Яманлыҡҡа күңелем ауышмаһын, Залимдарҙың яҙыҡ эштәрендә ҡатнашырға, Һыйҙарынан ауыҙ итергә яҙмаһын.
5
Тәҡүә кеше туҡмаһа ла мин ризамын – был мәрхәмәт; Фашлаһын – инҡар итмәм, Башыма һөрткән зәйтүн майы был. Мин ямандарҙың ғәмәлдәренә ҡаршы һәр ваҡыт доға ҡылам.
6
Башлыҡтарын ҡаянан ырғытҡан саҡта, Һүҙҙәремдең хаҡлығын аңларҙар.
7
Һабан һөрөп ватҡылаған тупраҡ һымаҡ, Һөйәктәребеҙ үлеләр донъяһының ауыҙына ҡойолор.
8
Әммә күҙҙәрем Һиндә, эй Раббы Хаким, Һиңә һыйынам, йәнемде хәүефкә дусар итмә!
9
Миңә ҡорған тоҙаҡтарҙан, Залимдарҙың ауҙарынан һаҡла.
10
Яуыздар үҙ йәтмәләренә эләкһен, Мин иһә иҫән-аман уҙырмын.
← Chapter 139
Chapter 141 →