bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 139
Psalms 139
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
2
Яман әҙәмдән арала мине, Раббы, Залим бәндәнән ҡурсала.
3
Күңелдәре яуыз ниәт менән тулған, Һәр көн ҡуптаралар ғауға.
4
Телдәре йыландыҡылай зәһәр, Ҡара йылан ағыуы – ауыҙҙарында.
5
Һаҡла, Раббы, яуыздар ҡулынан, Залим бәндәнән ҡурсала; Улар миңә аяҡ салырға ниәтләй.
6
Тәкәбберҙәр йәшерен тоҙаҡ ҡорҙо, Юлымда ауҙарын кирҙе; Йәтмә һалдылар алдымда.
7
Раббыға әйттем: «Һин минең Аллам. Раббы, ялбарыуыма ҡолаҡ һал!»
8
Эй Раббы Хаким, Ҡөҙрәт эйәһе, Ҡотҡарыусым, Алыш көнөндә башымды ҡаплап торҙоң.
9
Яуыздарға теләгәнен бирмә, Раббы, Яман ниәттәрен ғәмәл итмә! Юҡһа улар эреләнер.
10
Мине солғап алғандарҙың үҙ башына Төшһөн ауыҙҙарынан сыҡҡан яман һүҙ.
11
Утлы ҡуҙ түгелһен өҫтәренә! Утҡа, тәрән соҡорға бырға ла Башҡа сыға алмаһындар.
12
Яман телле илдә нығына алмаһын, Залимды бәлә-ҡаза аулаһын, һәләк итһен.
13
Беләм, Раббы ярлының хоҡуғын яҡлар, Фәҡиргә хаҡ хөкөмөн ҡылыр.
14
Шулай, тәҡүә бәндәләр исемеңә шөкөр итер, Намыҫлылар хозурыңда төйәкләнер.
← Chapter 138
Chapter 140 →