bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 137
Psalms 137
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыттың мәҙхиәһе. Бар булмышым менән Һиңә шөкөр итәм, Илаһтар алдында Һиңә дан йырлайым.
2
Мөҡәддәс ҡорамыңа ҡарап сәждә ҡыламын, Мөхәббәтең һәм тоғролоғоң хаҡына, Исемеңә шөкөрана әйтәм. Сөнки биргән вәғәҙәңде Һин исемеңдән дә өҫтөн ҡуйҙың.
3
Саҡырғанымда яуап ҡайтарҙың, Йәнемә көс биреп, рухландырҙың.
4
Бөтә донъя батшалары данлар Һине, Раббы, Сөнки ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙҙе ишеттеләр.
5
Раббы юлдарына мәҙхиә йырларҙар, Сөнки Раббының шөһрәте бөйөк.
6
Юғарыла Раббы – Ул түбәнһетелгәндәрҙе күрә, Тәкәбберҙәрҙе алыҫтан танып тора.
7
Бәлә-ҡаза солғап алғанда, Һин йәнемде һаҡлайһың, Дошмандарымдың нәфрәтенән яҡлайһың, Уң ҡулың мине ҡотҡарып ҡала.
8
Минең туралағы ниәттәрен Ғәмәлгә ашырыр Раббы. Һинең тоғро мөхәббәтең мәңгелек, йә Раббы, Үҙ ҡулыңдың ижадынан ваз кисмә!
← Chapter 136
Chapter 138 →