bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 136
Psalms 136
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Бабил йылғаларының буйында, унда Ултыра ла Сионды иҫкә төшөрөп илай инек.
2
Ошонда тал ботаҡтарына Лирабыҙҙы аҫып ҡуя инек.
3
Беҙҙе ул ерҙә әсир иткәндәр йыр һүҙҙәрен, Иҙеүселәр уйын-көлкө талап итте: «Йырлағыҙ беҙгә Сион йырҙарын!»
4
Ни йәнебеҙ менән йырлайыҡ һуң Ят тупраҡта Раббыбыҙҙың йырын?
5
Эй Йәрүсәлим, һине онотор булһам, Ҡороп ҡына ҡатһын уң ҡулым.
6
Һине хәтеремә төшөрмәһәм, Һөйөнөстәремдең иң түренә Йәрүсәлимде ҡуймаһам, Телем аңҡауыма йәбешеп ҡалһын!
7
Йәрүсәлим ҡолатылған көндө: «Емер уны, емер нигеҙенә тиклем!» – Тигән Эдом улдарын иҫеңә төшөр, Раббы!
8
Эй емереләсәк Бабил-ҡыҙ! Беҙгә ҡылғаныңдың ҡонон Ҡайтарыр зат ҡайһылай бәхетле!
9
Ниндәй бәхетле сабыйҙарыңды тотоп, Ҡаяға ялпаштыра һуғасаҡ кеше!
← Chapter 135
Chapter 137 →