bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 121
Psalms 121
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры. «Раббының йортона барайыҡ», – тип Әйткәндәренә бик ҡыуандым мин.
2
Аяҡтарыбыҙ ҡапҡаларың төбөндә, Йәрүсәлим!
3
Бер бөтөн итеп төҙөлгән ҡала Йәрүсәлим!
4
Ырыуҙар унда артылыр, Раббы ырыуҙары, Исраилға бирелгән ҡанун буйынса Раббы исеменә шөкөр итер өсөн.
5
Хөкөм өсөн бында тәхеттәр ҡоролған, Дауыт йортоноң тәхеттәре.
6
Именлек һорағыҙ Йәрүсәлим өсөн: «Һине һөйгәндәргә уңыш юлдаш булһын!
7
Диуарҙарың эсендә тыныслыҡ, Ҡәлғәләреңдә именлек булһын!»
8
Туғандарым, дуҫтарым хаҡына Әйтермен: «Тыныслыҡ булһын һиндә!»
9
Аллабыҙ Раббы йорто хаҡына Яҡшылыҡ теләйем һиңә.
← Chapter 120
Chapter 122 →