bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 120
Psalms 120
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Ҡорамға артылыусылар йыры. Күҙҙәремде тауҙарға төбәйем, Ҡайҙан килер икән миңә ярҙам?
2
Миңә ярҙам киләсәк Раббынан, Күк менән ерҙе Бар ҡылыусынан.
3
Ул аяҡтарыңа абынырға бирмәҫ, Һине ҡурсалаусы һәр саҡ уяу.
4
Баҡ, Исраилды һаҡлаусы Ойоп та китмәҫ, йоҡламаҫ.
5
Һинең һаҡлаусың – Раббы, Ул уң яғыңда, һинең ышығың.
6
Көндөҙ ҡояштың һиңә зыяны теймәҫ, Төндә ай ҙа һиңә зарар итмәҫ.
7
Раббы һине яманлыҡтан һаҡлар, Йәнеңде һәр саҡ ҡурсалар.
8
Ингәнеңде лә, сыҡҡаныңды ла Хәҙер ҙә, мәңге лә һаҡлап торор.
← Chapter 119
Chapter 121 →