bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 115
Psalms 115
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
«Әсе хәсрәттәмен», – тигәндә лә, Йәнем көйөп: «Бөтә кеше алдаҡсы», – тиһәм дә, Раббыға ышанысым юғалманы.
3
Раббы миңә ҡылған бар яҡшылыҡтарҙы Уға нисек итеп ҡайтарайым?
4
Ҡотолоу туҫтағын юғары күтәрермен, Раббының исемен ҡабатлармын.
5
Раббыға нәҙерҙәремде Бөтә халҡы алдында үтәрмен.
6
Тоғро бәндәләренең йәне Раббы өсөн ифрат ғәзиз.
7
Йә Раббы, Һинең ҡолоңмон; Мин Һинең ҡолоң, ҡолиәңдең улымын. Һин минең бығауҙарымды өҙҙөң.
8
Шөкөр ҡорбандары килтерермен, Раббының исемен ҡабатлармын.
9
Раббыға нәҙеремде үтәрмен Уның бөтә халҡы ҡаршыһында,
10
Раббы ҡорамы ихатаһында, Һинең уртаңда, эй Йәрүсәлим! Раббыны данлағыҙ!
← Chapter 114
Chapter 116 →