bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 114
Psalms 114
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Мин яратам Раббыны, Ул минең ялбарыуымды ишетә.
2
Ул миңә ҡолаҡ һалғанға күрә, Ғүмерем буйы Уны саҡырырмын.
3
Мине әжәлдең бауҙары сырмап алды, Үлеләр донъяһының ғазаптары башыма төштө, Бәлә-ҡазаға, ҡайғыға тарыным!
4
Шул саҡ мин Раббыны исеме менән саҡырҙым, «Йә Раббым, йәнемде ҡотҡар!» – тинем.
5
Раббы мәрхәмәтле, ғәҙел, Аллабыҙ беҙҙең рәхимле.
6
Раббы эскерһеҙ йәндәрҙе һаҡлай; Ауыр хәлгә ҡалғанымда, Ул мине ҡотҡарҙы.
7
Йәнемә тыныслыҡ ҡайтһын йәнә, Сөнки Раббы яҡшылығын ҡылды.
8
Йә Раббы, Һин йәнемде үлемдән, Күҙҙәремде йәштән, Аяғымды һөрөнөүҙән йолоп алдың.
9
Тереләр донъяһында, Раббының хозурында йөрөрмөн.
← Chapter 113
Chapter 115 →