bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 11
Psalms 11
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: һигеҙ ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.
2
Ҡотҡар, Раббы! Тәҡүә бер кеше ҡалманы, Һиңә тоғролар ҡалманы әҙәм балалары араһында.
3
Ялған һөйләйҙәр бер-береһенә; Телдәре шыма, күңелдәрендә – хәйлә.
4
Ҡырҡып ташлаһын Раббы ялған телдәрҙе; Маҡтансыҡ ауыҙҙарҙың өндәрен тыҡһын.
5
Әйтер улар: «Телебеҙ менән еңәбеҙ! Ауыҙ үҙебеҙҙеке – кем хужа беҙгә?»
6
Әйтер Раббы: «Инде сара күрермен, Йәберләнгән ярлыларға, ыңғырашҡан меҫкендәргә Үҙҙәре теләгән именлекте бирермен».
7
Раббының һүҙҙәре – пактан-пак: Усаҡта ете ҡат яндырылып Таҙартылған иң саф көмөш һымаҡ.
8
Йә Раббы, Һин уларҙы һаҡларһың, Был нәҫелдән мәңге ҡурсаларһың.
9
Һәр тарафта ҡәбәхәтлек – маҡтаулы, Ямандар баҫты донъяны.
← Chapter 10
Chapter 12 →