bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 10
Psalms 10
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Мин Раббыла таптым һыйыныс. Нисек инде һеҙ миңә: «Ҡош һымаҡ тауҙарға ос, ҡасып кит!
2
Ана күр, яуыздар йәйә киргән, Саф күңеллеләргә ҡараңғыла атыр өсөн Уҡтарын кереш өҫтөнә ҡуйған.
3
Нигеҙҙәр емерелгәндә Иманлылар нимә эшләй ала?» – тип әйтәһегеҙ.
4
Раббы Үҙенең мөҡәддәс ҡорамында, Раббының тәхете – күктә. Күҙҙәре үткер: әҙәм балаларын күреп тора; Ҡараштары уларҙы һынап баға.
5
Раббы иманлы кешене һынай, Яуызды, золом яратыусыны йәне һөймәй.
6
Ул залимдар өҫтөнә утлы ҡуҙ, көкөрт яуҙырыр; Көйҙөргөс ялҡынлы ел – Уларҙың яҙмыш туҫтағына өлөш шул булыр.
7
Раббы ғәҙел, Ул ғәҙеллекте һөйөр. Намыҫлы әҙәм Уның йөҙөн күрер.
← Chapter 9
Chapter 11 →