bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Micah 5
Micah 5
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Эй ғәскәрле ҡала, инде яугирҙәреңде йый! Беҙҙе ҡамауға алдылар, Исраил хакимының битенә таяҡ менән тондоралар.
2
Эй һин, Әфраҫалағы Бейт-Ләхәм, Йәһүҙә нәҫелдәренең иң бәләкәсе булһаң да, Минең ихтыярым буйынса, Исраилға юлбашсы буласаҡ зат һинән сығыр. Уның тамыры әүәлдән, борон-борондан уҡ килә.
3
Хаҡтыр: йөклө ҡатын балаһын тапҡанға тиклем Раббы исраилдарҙы дошмандарына бирәсәк. Һуңынан бөтә туғандары исраилдарға ҡайтасаҡ.
4
Шул саҡ Раббының ҡөҙрәте менән, Аллаһы Раббының данлы исеменә сорналып көтөүсе килер, Исраил халҡы хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәр, Сөнки ул заттың даны бөтә донъяға таралыр.
5
Ул халҡына тыныслыҡ килтерер. Әгәр Ашшур илебеҙҙе баҫһа, Беҙҙең ҡәлғәләрҙе тапаһа, Уға төбәп ете көтөүсе, Һигеҙ башлыҡ ҡаршы сығыр.
6
Ашшур ерендә – ҡылыс менән, Нимруд илендә яланғас ҡылыс менән идара итерҙәр. Ашшурҙар илебеҙгә бәреп инеп, Еребеҙгә аяҡ баҫһа, Беҙҙе хакимыбыҙ йолоп алыр.
7
Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Бихисап халыҡтар араһында Раббының ысығы һымаҡ, Һис кем уйламаған, көтмәгәндә Килеп яуған ҡойма ямғыр кеүек булыр.
8
Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Ҡәүемдәр, бихисап халыҡтар араһында, Урман кейектәре араһындағы арыҫлан, Һарыҡ көтөүе эсендәге йәш арыҫлан булыр: Бер ташланһа – өҙөп, тетеп ташлар, Бер кем уға ҡаршы тора алмаҫ, ярҙам итмәҫ.
9
Эй Исраил, ҡулың дошмандарыңдың өҫтөнә ҡалҡһын, Һиңә ҡаршы булғандарҙы тар-мар итһен.
10
«Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Мин һинең аттарыңды юҡ итермен, Һуғыш арбаларыңды ҡырырмын.
11
Илеңдәге ҡалаларҙы тар-мар итеп, Бөтә ҡәлғәләрҙе емерермен.
12
Арағыҙҙа сихырҙы бөтөрөрмөн, Күрәҙәселәрең юҡҡа сығыр;
13
Һындарыңды, табыныу бағаналарыңды юҡ итермен, Ҡулың менән эшләгән нәмәләргә һин табынмаҫһың.
14
Ашераның ҡолғаларын ҡырҡып ташлармын, Ҡалаларыңды ер менән тигеҙләрмен.
15
Баш бирмәҫ халыҡтарҙан Асыуланып-ярһып үс алырмын».
← Chapter 4
Chapter 6 →