bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Micah 4
Micah 4
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Халыҡтар уға ағылыр.
2
Бихисап ҡәүемдәр килеп бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, Раббы тауына, Яҡуп Аллаһының йортона сығайыҡ, – тиер. – Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен, Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ». Сөнки ҡанун – Сиондан, Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер.
3
Раббы бихисап халыҡтар араһында хөкөм ҡылыр, Алыҫтағы көслө ҡәүемдәрҙең дәғүәһен хәл итер. Улар ҡылыстарынан төрән, Һөңгө башаҡтарынан ураҡ ҡойор. Халыҡ халыҡҡа ҡылыс күтәрмәҫ, Яу һөнәренә башҡа өйрәнмәҫ.
4
Һәр кем үҙенең йөҙөм тәлгәше, Инжир ағасы аҫтында ултырыр. Уларҙы бер кем ҡурҡытмаҫ, Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тине.
5
Һәр халыҡ үҙ аллаһының исеме менән йәшәй; Беҙ иһә һәр ваҡыт һәм мәңге Аллабыҙ Раббы исеме менән йәшәрбеҙ.
6
«Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Сатанын да йыйырмын, ҡыуылғанын да, Үҙем бәләгә ҡалдырғанын да туплармын.
7
Аҡһағын иҫән ҡалған өлөш итермен, Аҙашҡанын ҡеүәтле халыҡҡа әйләндерермен. Ошо көндән башлап мәңгелеккә Мин Раббығыҙ Сион тауында уларға хакимлыҡ ҡылырмын.
8
Ә һин, эй көтөүҙе күҙәтә торған манара, Сион-ҡыҙҙың нығытмаһы булған Йәрүсәлим, Хакимлығың һиңә кире ҡайтыр, Йәрүсәлим батшалығын кире алыр».
9
Әле һуң ниңә һөрән һалаһың? Әллә яныңда һинең батшаң юҡмы? Кәңәшселәрең һәләк булғанмы? Тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ, Ғазап кисерәһең түгелме?
10
Һыҙланыуҙан бөгөл, эй Сион-ҡыҙ, Тулғаҡ тотҡан ҡатын шикелле; Инде ҡаланан сығып ҡырҙа ҡунырһың, Бабилға тиклем барып етерһең, Шунда ҡотолоу табырһың. Дошмандарыңдың ҡулынан унда Раббы һине йолоп алыр.
11
Әле иһә бихисап ҡәүемдәр Һиңә ҡаршы теш сарлайҙар: «Әйҙә, Сион оятҡа ҡалып нәжесләнһен, Үҙ күҙебеҙ менән күрәйек!»
12
Ләкин улар Раббының ниәтен белмәй, Уның маҡсатын аңламай, Ырҙынға йыйылған көлтә һымаҡ, Раббы бит уларҙы һуғырға йыйып килтерҙе.
13
«Тор, Сион-ҡыҙ, ашлыҡ һуғырға тотон, – ти Раббы, – Һине башмаҡ шикелле тимер мөгөҙлө, баҡыр тояҡлы итәм: Бихисап халыҡты иҙеп саң-туҙан итерһең, Уларҙың яумалын Раббыға, Мөлкәтен бөтә ер йөҙөнөң бөйөк Хакимына Бағышлап харам ҡылырһың».
← Chapter 3
Chapter 5 →