bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Lamentations 5
Lamentations 5
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Онотма, йә Раббы, башыбыҙға төшкәндәрҙе! Ҡара, беҙ ниндәй хурлыҡҡа ҡалдыҡ:
2
Биләмә ерҙәребеҙ яттар ҡулына күсте, Өйҙәребеҙгә сит-яттар хужа.
3
Атайһыҙ ҡалдыҡ, үкһеҙ етембеҙ; Әсәйҙәребеҙ – тол ҡатын хәҙер.
4
Һыуыбыҙҙы ла көмөш түләп эсәбеҙ, Утынды ла аҡсаға һатып алабыҙ.
5
Эҙебеҙгә баҫып баҫтырып киләләр беҙҙе, Тамам хәлдән тайҙыҡ, ял күргән юҡ.
6
Туйғансы ашарлыҡ икмәк һорап, Мысыр менән Ашшурға ҡулыбыҙҙы һонабыҙ.
7
Ата-бабаларыбыҙ гонаһ ҡылды, Әммә хәҙер улар юҡ инде; Ә ғәйептәренең язаһы беҙгә йөкмәлде.
8
Ҡолдар хәҙер беҙгә хаким булды, Улар ҡулынан ҡотҡарып алыусы юҡ.
9
Йәнебеҙҙе ҡыл өҫтөнә ҡуйып ризыҡ эҙләйбеҙ, Сөнки сүлдән ҡылыс янап тора.
10
Аслыҡ ғазабынан тән тиребеҙ Усаҡта янған һымаҡ ҡарайып көйҙө.
11
Ҡатындарҙы – Сионда, Ҡыҙҙарҙы Йәһүҙә ҡалаларында мәсхәрәләйҙәр.
12
Ҡулдарынан аҫып ҡуйылды башлыҡтарыбыҙ, Аҡһаҡалдарға ихтирам бөттө.
13
Йәштәр тирмән ташын әйләндерә, Үҫмерҙәр утын йөгө аҫтында иҙелә.
14
Аҡһаҡалдар ҡала ҡапҡаһы янында ултырмай, Егеттәребеҙ көйҙәр уйнамай хәҙер.
15
Йөрәгебеҙҙә шатлыҡ бөттө, Бейеүҙәребеҙ ҡайғыға әйләнде.
16
Башыбыҙҙан тажыбыҙ ҡоланы, Ҡайғы беҙгә! Гонаһ ҡылдыҡ.
17
Шуға йөрәгебеҙгә ҡан һауҙы, Күҙҙәребеҙ томаланды.
18
Бушап ҡалды Сион тауы, Унда хәҙер тик төлкөләр гиҙә.
19
Әммә Һинең хакимлығың мәңгелек, йә Раббы! Быуындар үтер, Һин һаман тәхетеңдә ултырырһың!
20
Ниңә беҙҙе ташланың шулай оҙаҡҡа? Ни өсөн беҙҙе бөтөнләйгә оноттоң?
21
Йә Раббы, беҙҙе Үҙеңә ҡайтар, беҙ ҡайтырбыҙ, Ҡабаттан элекке көндәрҙе бир.
22
Беҙҙән бөтөнләйгә ваз кисеүеңме? Беҙгә булған асыуыңдың сиге юҡмы?
← Chapter 4