bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Lamentations 4
Lamentations 4
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Алтын нисек тоноҡланды! Алтындың иң сафы төҫһөҙләнеп ҡалды. Һәр бер урамдың сатында Изге аҫылташтар аунап ята.
2
Саф алтынға тиң Сион улдары Көршәксенең ҡулы әүәләгән Балсыҡ көршәккә бәрәбәр булды.
3
Хатта сүл бүреләре лә, имсәк ҡаптырып, Балаларына күкрәк һөтөн имеҙә. Ә халҡым, сүлдәге дөйәғош һымаҡ, Балаларын йәлләмәй ташлап ҡалдыра.
4
Имсәк балаларының сарсауҙан Теле аңҡауҙарына йәбешә; Икмәк ялбарып иңрәй сабыйҙар, Тик уларға ризыҡ биреүсе юҡ.
5
Элек бал да май ейгәндәр Инде урамдарҙа ятып үлә; Затлы ҡыҙылды кейеп үҫкәндәр Хәҙер сүплектә ҡаҙына.
6
Ғәзиз халҡым, ҡылған гонаһтары өсөн, Кеше ҡулы теймәйенсә Күҙ асып йомғансы юҡҡа сығарылған Содом ҡалаһынан да ҡатыраҡ язаланды.
7
Бейҙәре ҡарҙан пак, һөттән аҡ ине, Тәндәре мәрйендәй алһыу, Үҙҙәре зәңгәр яҡутҡа тиң ине.
8
Әле йөҙҙәре ҡоромдан ҡара, Урамда осратһаң, танымаҫһың. Тиреләре һөйәккә йәбешеп кипкән, Ағас ҡайырыһына оҡшап ҡалған.
9
Баҫыуҙа уңыш булмағанлыҡтан, Асҡа интегеп үлеүселәргә ҡарағанда, Ҡылыстан һәләк булғандар бәхетлерәк.
10
Наҙлы әсәләр үҙ ҡулы менән үҙ балаларын бешерҙе – Һәләкәткә дусар халҡыма улар ашамлыҡ булды.
11
Раббының асыуы ҡайнап ташты, Ярһып ҡәһәрен яуҙырҙы. Сионды Ул утҡа тотто, Нигеҙенә тиклем яндырҙы.
12
Донъялағы батшаларҙың, Ер йөҙөндәге кешеләрҙең һис кеме, Ҡанһыҙ дошман Йәрүсәлим ҡапҡаларынан Инер, тип башына ла килтермәй ине.
13
Былар Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәренең гонаһтары, Ҡаһиндарҙың енәйәттәре өсөн яза булды – Улар ҡала диуарҙары эсендә тәҡүәләрҙең ҡанын түкте.
14
Ә хәҙер урамдарҙа һуҡыр һымаҡ аҙашып йөрөйҙәр, Кейемдәренә ҡаҡашып ҡан ҡатҡан; Һис кем уларға тейергә баҙнат итмәй.
15
Кешеләр уларға: «Китегеҙ, бысраҡтар! Китегеҙ, кит, ҡағылмағыҙ беҙгә!» – тип ҡысҡыра. Шуға күрә улар бынан ҡасып, Ят ҡәүемдәр араһында ҡаңғыра. Тик унда ла: «Улар арабыҙҙа ҡалмаһын!» – тиҙәр.
16
Раббы Үҙе ҡыуып таратты уларҙы, Башҡаса йөҙҙәренә ҡарамаҫ. Ҡаһиндарға – хөрмәт, Аҡһаҡалдарға ихтирам бөттө.
17
Күҙ талдырып бушҡа ярҙам көттөк; Беҙҙе ҡотҡара алмаҫ ҡәүемде Манаранан күҙләп юҡҡа өмөтләндек.
18
Ә дошман һәр аҙымыбыҙҙы ауланы, Урамдарға сыға алмаҫ булдыҡ. Ахырыбыҙ яҡын, көндәребеҙ бөттө – Ғүмеребеҙҙең аҙағы етте.
19
Эҙәрләүселәр күктәге бөркөттәрҙән дә етеҙ; Тау-таш араһынан беҙҙе баҫтырҙылар, Боҫҡон ҡороп, сүлдә һағалап торҙолар.
20
Тормошобоҙҙоң һулышы – Раббының мәсихе, батшабыҙ Уларҙың тоҙағына эләкте. Ә беҙ: «Халыҡтар араһында Уның күләгәһендә йәшәрбеҙ», – тигән инек.
21
Эй Ғус ерендә йәшәгән Эдом-ҡыҙ! Шатлан һәм күңел ас! Тик Раббының асыу туҫтағынан һин дә эсерһең, Иҫереп шәрә ҡалырһың.
22
Эй һин, Сион-ҡыҙ, енәйәтең өсөн яза тамамлана. Раббы һине бүтәнсә һөргөнгә ҡыумаҫ. Ә һине, эй Эдом-ҡыҙ, енәйәтең өсөн язалар; Гонаһтарыңды фаш итер.
← Chapter 3
Chapter 5 →