bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Isaiah 56
Isaiah 56
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Раббы былай ти: «Ғәҙел хөкөм, тоғро ғәмәлдәр ҡылығыҙ, Оҙаҡламай Мин ҡотолоу ебәрермен, Хаҡ булыуым тиҙҙән асыласаҡ.
2
Шулай эшләгән, яҡшы ғәмәлдәр ҡылған, Шәмбе көндәрҙе тотҡан, уны нәжесләмәгән, Һәр төрлө яуызлыҡтан тыйылған кеше ниндәй бәхетле!»
3
Раббы юлына ҡушылған сит ил кешеһе: «Раббы мине барыбер Үҙ халҡынан айырасаҡ», Алашар: «Мин бер кипкән ағасмын!» – тимәһен.
4
Сөнки Раббы былай ти: «Шәмбе көндәремде тотҡан, Мин хуш күргәндәрҙе һайлаған, Килешеүемә тоғро ҡалған алашарҙарға
5
Йортомда, диуарҙарым араһында Уллы һәм ҡыҙлы булыуға ҡарағанда ла яҡшыраҡ нәмә – Хәтирә һәм исем-ат бирермен. Ул юйылмаҫ, мәңгелек исем булыр.
6
Раббы юлына ҡушылған, Уға хеҙмәт иткән, Уның исемен яратҡан, Уның ҡолона әйләнгән сит ил кешеһен, Шәмбе көнөн тотҡан, Уны нәжесләнеүҙән һаҡлаған, Килешеүемә тоғро ҡалған һәр кемде
7
Изге тауыма алып килермен, Доға йортомда ҡыуандырырмын; Тотош яндырыу ҡорбандарын, Бөтә ҡорбандарын хуш күрермен. Минең йортом бар халыҡтар өсөн Доға ҡылыу йорто тип аталыр».
8
Һөргөндәге исраилдарҙы туплаған Раббы Хаким былай ти: «Йыйылғандары янына башҡаларын да йыйырмын».
9
Бөтә ҡырағай йәнлектәр, Урмандағы барса хайуандар, Килегеҙ ҙә ашағыҙ!
10
Исраилдың ҡарауылсылары һуҡыр, Барыһы ла белекһеҙ. Улар һәммәһе – өрә белмәгән телһеҙ эт, Яталар ҙа серемгә китәләр, Йоҡларға бик яраталар!
11
Туя белмәгән ҡомһоҙ эттәргә оҡшаш улар; Аҡылын юйған көтөүселәр: Һәр кем үҙ яғын ҡайыра, Һәр береһе үҙ файҙаһын көҫәй.
12
Бер-береһенә әйтәләр: «Килегеҙ, шарап ҡуйырмын, Туйғансы хәмер эсәйек! Иртәгәһе көн дә бөгөнгөләй үтер, Хатта бынан да яҡшыраҡ булыр!»
← Chapter 55
Chapter 57 →