bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Isaiah 55
Isaiah 55
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
«Эй бөтә сарсағандар, һыуға килегеҙ! Аҡсаһы булмағандар, килегеҙ, алығыҙ, ашағыҙ; Килегеҙ, көмөш түләмәйенсә, Бушлай алығыҙ шарап менән һөттө!
2
Ризыҡ булмаған нәмәгә ни өсөн аҡса сарыф итергә? Эшләп тапҡанығыҙҙы ни өсөн Тамаҡ туйҙырмаған нәмәгә әрәмләргә? Мине диҡҡәт менән тыңлағыҙ: Иң затлы ризыҡты ауыҙ итерһегеҙ, Һыйлы аҙыҡҡа ләззәтләнерһегеҙ.
3
Әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ, Минең яныма килегеҙ, Тыңлағыҙ мине һәм йәшәрһегеҙ. Һеҙҙең менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, Дауытҡа вәғәҙә иткән тоғро һөйөүемде бирермен.
4
Бына Мин Дауытты ҡәүемдәргә – шаһит, Халыҡтарға юлбашсы һәм хаким итәм.
5
Һин, Исраил, үҙең белмәгән халыҡтарҙы саҡырырһың, Раббың Аллаң, Исраилдың Изгеһе хаҡына Һине белмәгән ҡәүемдәр йүгереп килер. Сөнки Ул һине данға сорнаны».
6
Раббыны табырға мөмкин булған саҡта, эҙләгеҙ; Ул яҡында саҡта, саҡырығыҙ!
7
Яман әҙәм ҡыуған юлын, Залим яуыз уйын ташлаһын; Раббыға әйләнеп ҡайтһын – Ул мәрхәмәтен күрһәтер; Беҙҙең Аллабыҙға килһен – Ул ярлыҡауға бик йомарт.
8
«Минең уйҙар – һеҙҙең уйҙар түгел, Һеҙҙең юлдар – Минең юлдар түгел, – тип белдерә Раббы. –
9
Сөнки, күктәр нисек ер йөҙөнән бейек булһа, – ти Раббы, – Минең юлдарым – һеҙҙең юлдарҙан, Уйҙарым һеҙҙең уйҙарҙан бейегерәк.
10
Күктән яуған ямғыр һәм ҡар ергә төшә, Үҫемлектәр үҫтерһен, уңдырышлы булһын, Сәсеүсегә орлоҡ, ашаусыға икмәк бирһен өсөн Тупраҡты һуғара, ә ҡабаттан күккә күтәрелмәй.
11
Минең ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ҙә шулай булыр. Миңә буп-буш кире ҡайтмаҫ, Теләгәнемде ғәмәлгә ашырыр, Нимәгә ебәргәнмен, шуны башҡарыр».
12
Һөйөнөс менән сығырһығыҙ ҙа Иҫән-аман кире ҡайтырһығыҙ. Тауҙар, үрҙәр алдығыҙҙа ҡыуанышып йырлар, Ҡырҙағы бөтә ағастар алҡышлап торор.
13
Сәнскеле ҡыуаҡ урынына – кипарис, Кесерткән урынына мирт үҫеп сығыр. Былар барыһы ла Раббы өсөн шөһрәт, Мәңгелек, юғалмаҫ билдә булыр.
← Chapter 54
Chapter 56 →