bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Isaiah 33
Isaiah 33
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Эй әлегә емерелеү белмәгән емереүсе! Хыянатҡа тарымаған хыянатсы! Ҡайғы һиңә! Һин емереүҙән туҡтағас, үҙеңде емерәсәктәр; Хыянат ҡылып бөткәс, һиңә хыянат итерҙәр.
2
Йә Раббы! Һин беҙгә мәрхәмәтле бул, Сөнки бөтә өмөтөбөҙ Һиндә. Һәр иртә беҙҙең ҡеүәтебеҙ бул, Ауыр саҡта ҡотҡарыусыбыҙ бул!
3
Ҡөҙрәтле күкрәүеңдән халыҡтар ҡасыр; Һин ҡалҡҡанда, ҡәүемдәр тырым-тырағай һибелер.
4
Ҡарышлауыҡтар баҫыуҙы нисек талаһа, Эй ҡәүемдәр, яумалығыҙ шулай таланыр. Байлығығыҙ өҫтөнә саранча өйөрө һымаҡ ташланырҙар.
5
Раббы бөтә нәмәнән дә юғарыраҡ, Сөнки Ул күктәрҙе төйәк иткән. Ул Сионда ғәҙеллек, хаҡлыҡ урынлаштырыр.
6
Ул – тормошоғоҙҙоң ышаныслы нигеҙе. Ҡотҡарыусы, аҡыл һәм белемдең мул инеше; Раббынан ҡурҡыу – һеҙҙең хазина.
7
Ана, хатта ҡаһармандар урамда ярҙам һорап ҡысҡыра, Тыныслыҡ илселәре әсе йәш түгә.
8
Оло юлдар бушап ҡалды; сәфәр ҡылыусы юҡ. Килешеү боҙолдо, шаһиттар кире ҡағылды, Кешенең баһаһы бөттө.
9
Ер иңрәй һәм кибә; Ливан оялышынан һулыған; Шарон тигеҙлеге сүлгә оҡшап ҡалды, Башан менән Кармәлдең япраҡтары ҡойолған.
10
«Хәҙер ҡуҙғалам, – ти Раббы, – Инде урынымдан торам, юғарыға күтәреләм.
11
Ҡороған үләнгә йөклө булып, һалам тыуҙыраһығыҙ; Һеҙҙең һулышығыҙ – ут, үҙегеҙҙе ялмап йотор.
12
Халыҡтар янып көл булыр, Ҡырҡып ташланған сәнскәк һымаҡ, яндырылыр.
13
Эй алыҫтағылар, ҡылған эштәремде ишетегеҙ; Эй яҡында йәшәгәндәр, Минең көсөмдө белегеҙ!»
14
Сиондағы гонаһлыларҙың ҡото осто, Аллаһыҙҙар ҡалтырауға төштө: «Ялмап йотҡан ут эсендә кемебеҙ һуң тере ҡалыр? Мәңге һүнмәҫ ялҡын эргәһендә кемебеҙ йәшәй алыр?»
15
Хаҡ юлдан йөрөп, дөрөҫ һөйләгән, Кешеләрҙе йәберләмәгән, табыш артынан ҡыумаған, Ҡулдарын ришүәттән йыраҡ тотҡан, Ҡанға һыуһағандарҙы тыңламай ҡолағын тыҡҡан, Яуыз эштәрҙән йөҙ борған –
16
Шул кеше бейектә йәшәр; Ҡаяларҙағы ҡәлғәләр уның ышығы булыр; Икмәкһеҙ ҡалмаҫ, һыуға зарыҡмаҫ.
17
Күҙҙәрең батшаны бөтә күркәмлегендә күрер, Ҡарашың осһоҙ-ҡырыйһыҙ илде байҡар.
18
Элекке ҡурҡыуҙарыңды хәтергә төшөрөп: «Иҫәп-хисап алып барған кеше ҡайҙа хәҙер? Ҡайҙа яһаҡты үлсәгән? Манараларҙы һанаған әҙәм ҡайҙа?» – тип әйтәсәкһең.
19
Аңлайышһыҙ, ят телдә һөйләшкән, Телмәрҙәре һис ҡолаҡҡа ятмаған Тәкәббер халыҡты башҡаса күрмәҫһең.
20
Байрамдарыбыҙ ҡалаһы Сионға баҡ! Күҙҙәрең – Йәрүсәлимде, Именлек йортон, ҡаҡшамаҫ сатырҙы күрер. Уның ҡаҙыҡтары һис тә ҡуптарылмаҫ, Кирге бауҙары һис бер өҙөлмәҫ.
21
Дөрөҫ, унда – киң йылғалар, инештәр илендә – Ҡөҙрәтле Раббы беҙҙең менән булыр. Унда ишкәкле кәмәләр инмәйәсәк, Ҙур караптар үтә алмаясаҡ.
22
Сөнки Раббы – Хөкөмдарыбыҙ; Ҡанундарыбыҙҙы биреүсе – Раббы, Батшабыҙ – Раббы, беҙҙе Ул ҡотҡарасаҡ!
23
Кәмәләреңдең бауы бушаны, Мачталарҙы тота алманы, Елкәндәре асылманы. Шул саҡта бик оло яумал бүлгеләнер, Хатта аҡһаҡтар ҙа талаусыларға ҡушылыр.
24
Сионда төйәкләнгән бер кем дә: «Мин ауырыйым!» – тип әйтмәҫ. Унда йәшәгән халыҡтың ғәйебе ғәфү ителер.
← Chapter 32
Chapter 34 →