bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Isaiah 32
Isaiah 32
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Шулай булыр: батша хаҡлыҡта хакимлыҡ ҡылыр, Түрәләр ғәҙеллек менән етәкселек итер.
2
Һәр береһе елдән ышыҡ, Көслө ямғырҙа ҡыуыш, сүлдәге шишмә, Ҡороп-кипкән ерҙә күләгә булған Бейек ҡая һымаҡ торор.
3
Шул саҡ күргәндәрҙең күҙе томаланмаҫ, Ишеткәндәрҙең ҡолағы тыңлар.
4
Томаланған зиһен асылып китер, Тотлоҡҡандар еңел һәм асыҡ һөйләшер.
5
Инде ахмаҡты – арҙаҡлы, Ҡәбәхәтте хөрмәтле тимәҫтәр.
6
Сөнки ахмаҡ алйотлоҡ һөйләй, Күңеле яуызлыҡты үҙ итә, Иманһыҙ эштәр ҡыла, Раббы хаҡында ялған тарата, Астарҙың ризығын тартып ала, Сарсағанды һыуһыҙ ҡалдыра.
7
Ҡәбәхәттең ҡылған ғәмәлдәре яман: Ярлының дәғүәһе хаҡ булһа ла, Уны ялғанлап юҡ итер өсөн тоҙаҡ ҡорор.
8
Выжданлының ниәте лә ғәҙел, Арҙаҡлы эштәре менән ул ныҡ торор.
9
Эй вайымһыҙ йәшәгән ҡатындар, Тороғоҙ, тауышыма ҡолаҡ һалығыҙ! Эй ғәмһеҙ ҡыҙҙар, әйткән һүҙемде тыңлағыҙ!
10
Бер йылдан саҡ ҡына күберәк үткәс, Ҡотоғоҙ осасаҡ, ҡайғыһыҙҙар! Сөнки йөҙөм йыйыу мәле етмәҫ, Емеш-еләктең уңышы булмаҫ.
11
Эй ғәмһеҙҙәр, тетрәнегеҙ! Вайымһыҙҙар, дер ҡалтырап тороғоҙ! Кейемдәрегеҙҙе сисеп ташлап, Тупаҫ туҡымаға уранығыҙ.
12
Гүзәл баҫыуҙарҙы, Мул емешле йөҙөм баҡсаларын, Халҡымдың ерен ҡыҙғанып әрнегеҙ, Ул ерҙә сәнскәк менән билсән генә үҫәсәк, Шат ҡаланың бәхетле өйҙәре өсөн илағыҙ!
14
Сөнки зиннәтле һарай – ташландыҡ, Шаулы ҡала буп-буш булып ҡалыр. Күҙәтеү манаралары торған ҡалҡыулыҡтар Ҡырағай ишәктәр гиҙгән, Көтөүҙәр утлаған ергә әйләнәсәк.
15
Былар юғарынан өҫтөбөҙгә Рух түгелгәнгәсә дауам итер. Артабан сүл – емеш баҡсаһына, Баҡса булған ерҙәр урманға әйләнер.
16
Ул саҡта был сүлдә ғәҙеллек урынлашыр, Хаҡлыҡ уңдырышлы тупраҡта төйәкләнер.
17
Хаҡлыҡтың емеше – именлек, Нәтижәһе мәңгелек тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек булыр.
18
Халҡым именлек тулы өйҙәрҙә, Хәүефһеҙ, рәхәт ерҙәрҙә йәшәр.
19
Урмандарға боҙ-борсаҡ яуһа ла, Ҡала ер менән тигеҙләнһә лә,
20
Бәхет һеҙҙе ташлап китмәҫ: Һуғарыулы ерҙә иген игерһегеҙ, Үгеҙ һәм ишәктәрегеҙҙе утлауға ебәрерһегеҙ.
← Chapter 31
Chapter 33 →