bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Hosea 6
Hosea 6
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Был халыҡ шулай тиер: «Әйҙәгеҙ, Раббыға кире ҡайтайыҡ, Ул беҙҙе йыртҡысланы – Үҙе дауалар. Ул беҙҙе йәрәхәтләне – Үҙе ярабыҙҙы бәйләр.
2
Ике көндән беҙҙе терелтер, Өсөнсө көнгә аяҡҡа баҫтырыр, Уның алдында йәшәрбеҙ.
3
Әйҙәгеҙ, белем-тәжрибә туплап, Раббыны танып белергә ынтылайыҡ. Көн һайын таң атҡан һымаҡ, Уның килеүе ышаныслы. Ул ерҙе һуғарған шифалы ямғыр, Ҡойма ямғыр шикелле беҙгә килер».
4
Раббы былай ти: «Эй Әфраим, һине нимә эшләтәйем? Йәһүҙә, һинең менән ни ҡылайым? Һеҙҙең тоғролоҡ бит – таңғы томан, Иртән юҡҡа сыҡҡан ысыҡ һымаҡ.
5
Шуға һеҙҙе пәйғәмбәрҙәр һүҙе менән сапҡыланым. Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәрем менән үлтерҙем. Минең хаҡ хөкөмөм ҡояш һымаҡ балҡыр.
6
Мин бит ҡорбан түгел, мөхәббәт теләйем. Тотош яндырыу ҡорбанынан бигерәк Алланы таныуығыҙҙы көҫәйем.
7
Әммә улар Адам ҡалаһы янында килешеүҙе боҙҙо, Шунда Миңә хыянат итте.
8
Ғилғәд – залимдар ҡалаһы, Ҡанлы эҙҙәр менән тулы.
9
Ҡаһиндар өйөрө кешеләргә Боҫҡон ҡорған юлбаҫарҙар һымаҡ. Улар Шәхәм юлында кеше үлтерә, Һәр төрлө әшәкелектәр ҡыла.
10
Исраил халҡы араһында Ҡот осҡос нәмәләр күрҙем: Әфраим фәхешкә батҡан, Исраил нәжесләнгән.
11
Йәһүҙә, һин дә әжереңде аласаҡһың әле! Мин халҡымдың тәҡдирен үҙгәрткән саҡта,
← Chapter 5
Chapter 7 →